

Шулай уҡ 2021 йылдың 10 июненән 16 июнгә тиклем Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан закон проекты буйынса ижтимағи тыңлауҙар уҙғарылған.
Закон проекты түбәндәге параметрҙарҙан тора.
2020 йылда бюджет үтәлеше коронавирус инфекцияһы пандемияһы таралыуы һәм, шуға ярашлы, уның эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн саралар ҡабул итеү кәрәклеге, халыҡҡа һәм иң ныҡ зыян күргән иҡтисад тармаҡтарына ярҙам итеү шарттарында ғәмәлгә ашырылған.
Шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһы таралыуы, дөйөм иҡтисади хәлдең киҫкен насарайыуы, Башҡортостан бюджетына килемдәр килеүенә кире тәьҫир итте.
2020 йылда республика бюджетына 219,9 млрд. һум күләмдә килем килгән. Шуларҙың һалым һәм һалым булмаған килемдәр 123,2 млрд. һум тәшкил иткән, был 2019 йылғы кимәлдән 16,1%-ҡа кәмерәк.
Һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең төп сығанаҡтары араһында: физик шәхестәрҙең килеменә һалым – 18,7%, ойошмаларҙың килеменә һалым – 14,8%, акциздар – 9,7%, милеккә һалым – 6,2%, дәүләт милкендә булған мөлкәтте ҡулланыуҙан килемдәр – 3,4%.
Шул уҡ ваҡытта, 2019 йыл менән сағыштырғанда, ҡайтарылмаған керемдәр 45,2 млрд. һумға йәғни 1,9 тапҡырға артҡан һәм 96,7 млрд. һум тәшкил иткән. Керемдәрҙең артыуы башлыса яңы коронавирус инфекцияһын таралыуҙы иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса сараларҙы финанс менән тәьмин итеүгә бәйле. Ҙур финанс ярҙамы социаль өлкәлә мөмкин булған кире тенденцияларҙы туҡтатырға, кәрәкле аҡсаларҙы һаулыҡ һаҡлауға йүнәлтергә, финанс ярҙамы күләмен һәм милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу темптарын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе.
Республика бюджетының сығымлы өлөшө 44,2 млрд. һумға артып, 259,4 млрд һум күләмдә башҡарылған.
2020 йылда коронавирус инфекцияһы таралыуы шарттарында социаль йөкләмәләрҙе үтәү дауам итәлгән. Социаль ихтыяждарға сығымдар 192 млрд. һум йәки 74% тәшкил итте. Шул иҫәптән социаль сәйәсәткә 66,8 млрд. һум (25,8%), мәғарифҡа – 56,2 млрд. һум (21,7%), һаулыҡ һаҡлауға – 42,7 млрд. һум (16,5%), торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа – 14,8 млрд. һум (5,7%), мәҙәниәткә, кинематографияға – 7,2 млрд. һум (2,7%), на физик культура һәм спортҡа – 2,6 млрд. Һум (1,0%), киң мәғлүмәт сараларына – 0,9 млрд. рублей (0,3%), тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға – 0,8 млрд. һум (0,3%) йүнәлтелгән. Иҡтисадтың реаль секторы үҫешенә сығымдар 43,9 млрд. һум (16,9%), муниципаль берәмектәр бюджеттарына дөйөм характерҙағы бюджет-ара трансферттарҙы тапшырыу – 12,8 млрд. һум (4,9%), милли оборона, милли хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә – 2 млрд. һум (0,8%), башҡа сығымдар – 8,7 млрд. һум (3,4%) тәшкил итә.
Коронавирус инфекцияһы һәм пандемия эҙемтәләре менән көрәшкә һәм макроиҡтисади күрһәткестәрҙең насарайыуы шарттарында иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сығымдар 32,8 млрд һум тәшкил итте. Аҡсаларҙың төп күләме һаулыҡ һаҡлауға һәм социаль сәйәсәткә йүнәлтелгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә койкалар фонды киңәйтелә, кәрәкле ҡоролмалар һәм дарыуҙар һатып алына, медиктар эше өсөн шарттар тәьмин ителә. COVID-19 менән ауырыусыларға ярҙам иткән медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәр башҡарылған.
Республиканың дәүләт бурысы 21 млрд. һум тәшкил иткән. Республиканың кредит йөкләмәләре түбән хәүефле кимәлдә һаҡлана.
«Moody’s Investor’s Service» һәм «Fitch Ratings Inc»халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары тарафынан республиканың кредит рейтингыһы 2019 йылғы кимәлдә («Ва1» һәм «ВВВ»,
фараз «тотороҡло») раҫланған. Шул уҡ ваҡытта «Эксперт РА» кредит рейтинг агентлығы тарафынан фараз «Кире»нән «Тотороҡло»ға үҙгәртелгән.
Сығанаҡ: Башҡортостан Финанс министрлығы.