Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
14 Июль 2021, 06:31

Рәсәй хөкүмәте уҡыу йылы башланыр алдынан уҡыусыларға аҡса түләү ҡағиҙәләрен раҫланы.

10 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүгә алты йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләре, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа алыусылар), опекундар һәм попечителдәр дәғүә итергә мөмкин (әгәр ағымдағы йылдың 1 сентябренә хәтлем балаға алты йәш тулһа, шулай уҡ төп дөйөм белем биреү программалары буйынса мәктәптә йәки интернатта уҡыған 18-23 йәшлек инвалидтар).

Рәсәй хөкүмәте уҡыу йылы башланыр алдынан уҡыусыларға аҡса түләү ҡағиҙәләрен раҫланы.Рәсәй хөкүмәте уҡыу йылы башланыр алдынан уҡыусыларға аҡса түләү ҡағиҙәләрен раҫланы.
Рәсәй хөкүмәте уҡыу йылы башланыр алдынан уҡыусыларға аҡса түләү ҡағиҙәләрен раҫланы.
Ғаризалар 15 июлдән 1 ноябргәсә ҡабул ителә. Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында, Рәсәй Пенсия фондының территориаль бүлексәһендә бирергә була. Бының өсөн паспорт, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы, ата-әсәнең һәм баланың СНИЛС мәғлүмәттәре, банк иҫәбе реквизиттары кәрәк. Әгәр ғаиләлә мәктәп йәшендәге бер нисә бала булһа, бөтәһенә бер ғариза яҙырға мөмкин.

Аҡса түләү 16 августан башлана. Шулай итеп, ата-әсәләрҙең балаларҙы мәктәпкә әҙерләргә ваҡыты ҡала.

Сығанаҡ: "Башинформ"
 
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас