

Урал Мансур улы шулай төрлө яҡлап тырыша, йәшәгән урынын, халҡын хәстәрләп тора. Рухыбыҙ һәм иманыбыҙ һағындағы егеттәрҙең береһе ул! Улай ғына ла түгел, дүрт бала атаһы – ҡатыны Азалия менән Раян, Баязит, Байрас улдарын һәм Латифа ҡыҙҙарын иманлы, тәртипле, тырыш итеп тәрбиәләйҙәр. Уңған фермер, дин әһеле булараҡ та яҡшы таныш ул яҡташтарына. Бына әле лә Урал, изге ғәмәлдең ҡап уртаһында ҡайнап, ҡорбан салырға йыйына. Үтенесебеҙ буйынса, мәшәҡәт мәленән беҙгә фотоһүрәт тә ебәреп өлгөрҙө.
– Ҡорбан салыу – мосолмандарҙың билдәле бер ваҡытта, Аллаһы Тәғәлә ризалығына ирешеү ниәте менән эшләнгән ғибәҙәттең бер төрө. Ошо изге ғәмәлдән ситтә ҡалмайыҡ, барлыҡ изге ғәмәлдәребеҙ ҡабул булһын, – тигән теләктәрен дә еткереп ҡалды Урал Мансур улы. Әйтелгән теләктәр ҡабул булһын! Тирә-яғына иман, рух таратыусы һәм милләттең ырыҫын арттырыусы ошондай егеттәр күберәк булһын!