«Ҡарарҙы республика оператив штабы ултырышында әйтеп ишеттерербеҙ», — тине Сергей Греков 9 ноябрҙә ҡала хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Бынан алда Дөйөм Рәсәй автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы ҡала мэрияһына йәмәғәт транспортында коронавирусҡа ҡаршы вакцинация тураһында сертификаттарҙы һәм QR-кодтарҙы тикшерергә кәрәк тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт итте.