Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
17 Ғинуар 2022, 09:20

Яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә.

Башҡортостан Башлығы «омикрон»дың таралыуына ныҡлы әҙерләнергә ҡушты. 

Яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә.Яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә.
Яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикаға коронавирустың яңы штаммы яҡынлашыу сәбәпле, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына өҫтәмә койкалар фонды һәм дарыуҙар запасы  булдырырға ҡушты.
Яңы сикләүҙәргә килгәндә, коронавирустың таралыуына ҡаршы көрәш сиктәрендә индерелгән бөтә сикләүҙәр ҙә ғәмәлдә ҡала. Бынан тыш яңылары ла индерелә. Республика кимәлендә үткәрелгән бөтә фестивалдәр һәм күп кеше ҡатнашҡан физкультура саралары һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелә. Бөгөндән хеҙмәт коллективтарында йыйылыштар, муниципалитеттарҙа кәңәшмәләр үткәреү, халыҡты ҡабул итеү тыйыла. Бөтә кәңәшмәләр ҙә онлайн тәртиптә генә үтәсәк.
 – Күп кешеләр ҡатнашҡан сараларҙы яҡынса ай ярымға күсерәбеҙ, барыһы ла ағымдағы хәлдән торасаҡ. Муниципалитеттарҙа кәңәшмәләр онлайнға күсһен, халыҡты йыймағыҙ. Юғиһә, бөтә идара итеү аппаратын юғалтасаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
   Шулай уҡ республикала битлек режимын үтәүгә рейдтар һәм QR- кодтар талап итеү дауам итәсәк. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас