БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, быйыл район-ҡалаларға коммуналь техника һатып алыуға республика бюджетынан 1,432 млрд һум аҡса бүленәсәк. Уның 1,032 миллиарды ҡала округтарына, 400 млн һумы ауыл райондарына тәғәйенләнгән. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһына 34 миллион, ә районына 15 миллион һум бүленә.