Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
24 Ғинуар 2022, 04:13

Онкология – заман өсөн ҙур проблема.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

Онкология – заман өсөн ҙур проблема.Онкология – заман өсөн ҙур проблема.
Онкология – заман өсөн ҙур проблема.

Онкология – заман өсөн ҙур проблема, был сирҙе иҫкәртеүгә һәм дауалауға етди иғтибар бүләбеҙ. Республика клиник онкология диспансерының яңы туғыҙ ҡатлы корпусын төҙөнөк, уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырҙыҡ. Уларҙың береһе – нурлы терапия өсөн юғары энергетикалы тиҙләткес. Ул иң ауыр ҡатмарлы процедураларҙы үткәрергә, пациентҡа һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең нурланыуын кәметергә булышлыҡ итә.
Башҡортостанда бындай ике комплекс бар, икеһе лә 2021 йылдың февраленән Республика клиник онкология диспансерында эшләй. Был ваҡыт эсендә табиптар улар ярҙамында 18 мең дауалау процедураһын үткәргән. Ошо аппараттар, бер ниндәй арттырыуһыҙ, уникаль.
Яңы ҡоролмала эшләү өсөн белгестәр командаһын ойошторҙоҡ. Уға табиптар - кардиологтар, рентгенологтар, инженерҙар, физиктар инә. Барыһы ла донъялағы иң яҡшы үҙәктәрҙә уҡыған. Һәм был – табиптарыбыҙ кимәлен күтәреү, уларға Рәсәйҙәге һәм донъялағы иң яҡшы клиникаларҙа стажировка үтеү - матур йолаға әүерелә бара.
2019 – 2021 йылдарҙа Башҡортостанда яман шешкә ҡаршы көрәшкә 4,3 миллиард һум сарыф иттек. Был сумманың 2,9 миллиард һумы – федераль бюджеттан. Быйыл онкологик ярҙамды күрһәтеү өсөн артабан да ҡорамалдар һатып алыуҙы планлаштырабыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм һау булығыҙ!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас