

– Бөгөн беҙ ҡала халҡы араһында коронавирус инфекцияһынан вакцина ҡуйыу кампанияһын әүҙем алып барабыҙ. Әммә шуны оноторға ярамай: вирусҡа антиматдәләр бер аҙҙан юғала. Шуның өсөн икенсе прививканы ваҡытында эшләтергә кәрәк. Был беҙҙең организмды COVID-19 вирусының яңы штамынан һаҡлар һәм яңы сирҙең барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймаҫ.
Стәрлетамаҡтың “Район-ара коммуналь һыу каналы” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла коронавирус инфекцияһынан прививка ҡуйыу буйынса ревакцинация үткән, йәғни вакцинаның ике компонентын ҡуйҙырғандан һуң ярты йыл үткәс, ҡабаттан прививка эшләткән.
Күптәре бер тапҡыр ҡуйыла торған “Спутник Лайт” препаратын һайлай. Тикшеренеүселәр мәғлүмәте буйынса, ул 80 процент һөҙөмтә бирә, – тип һөйләй шәфҡәт туташы Ольга Канаева.
Шулай уҡ икенсе тапҡыр “Спутник V” препаратын ҡуйҙыралар. Был ваҡытта антиматдәләргә анализ биреү мотлаҡ түгел.
Коронавирус вакцинаһы компонентына аллергияның ауыр формаһы, эшләнгән прививкаға ауыр реакция булғанда, 18 йәшкә тиклем балалар-ға һәм бала имеҙгән ҡатындарға вакцина ҡуйылмай. Киҫкен вируслы репиратор инфекция һәм хроник ауырыуҙар киҫкенләшкән ваҡытта прививка ҡуйыу ваҡытлыса туҡтатыла.
Ололарға күпләп вакцина ҡуйыу – коллектив иммунитетты барлыҡҡа килтерә һәм коронавирус таралыуын туҡтата.