Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
26 Ғинуар 2022, 05:06

Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!

Заман алға барған һайын, мутлашыу төрҙәре лә тик арта ғына бара.

Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!
Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!

 Мәҫәлән, ошо көндәрҙә  Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 64 йәшлек ҡатынға ир кеше шылтыратып, инвестициялар хаҡында һөйләп ҡыҙыҡтырған. Уның татлы теленә ышанған ҡатын ике миллион һумға яҡын аҡсаһын билдәһеҙ иҫәптәргә күсергән...
Мутлашыусылар ауына эләк­мәҫ өсөн һәр кем түбәндәге ҡа­ғиҙә­ләрҙе күҙәтергә тейеш:
Бер ваҡытта ла таныш бул­ма­ған ке­ше­гә аҡса күсермәгеҙ;
Тикшерелмәгән һәм билдәһеҙ сайт аша билет, тауар һатҡан һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәткәндәргә мөрәжәғәт итмәгеҙ;
Әгәр ҙә телефонға яңы симка ҡу­­йып, оҙаҡ ваҡыт иҫкеһе менән файҙа­ланмаһағыҙ, ул номерға тоташ­ты­рылған мобиль банкты һүндерегеҙ;
Бүләк отоу тураһында йәки баш­ҡа ошондайыраҡ мәғлүмәт килһә лә, аҡса күсермәгеҙ;
Һеҙ һатырға теләгән әйберҙе алыр­ға булып, аванс күсерәм, тип әйтһәләр ҙә, банк операцияһын үтәү өсөн бер ваҡытта ла картағыҙҙың һандарын һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе бирмәгеҙ;
Әгәр ҙә банк картаһын юғалт­һа­­ғыҙ, тиҙ арала һеҙҙе хеҙмәт­лән­дергән банкка хәбәр итеп, картағыҙҙы яптырығыҙ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас