Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Общие статьи
26 Января 2022, 15:54

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында карантин иғлан ителде.

Стәрлетамаҡ районының ярҙамсы хужалығында сусҡалар күпләп ҡырыла башлаған. Был хаҡта республика Ветеринария идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында карантин иғлан ителде.Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында карантин иғлан ителде.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында карантин иғлан ителде.

Бының сәбәбе - Африка тағуны. Диагноз раҫланған. Әле ошо сирҙән ҡырылған сусҡаларҙы иҫәпләйҙәр.
Ошо хәлгә бәйле, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында карантин иғлан ителде. Был осорҙа сусҡаларҙы һәм аҙығын һатыу, һатып алыу һәм күсереү тыйыла. Шулай уҡ хайуандарҙы һуйыуға, ҡыр сусҡаһына һунар итеүгә рөхсәт юҡ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас