Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
3 Февраль 2022, 04:48

Рухыңды төшөрмә,Илназ!

Былтыр футбол уйнағанда,электр тогынан һуғылып ике ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтовты Мәскәү футболсылары ҡунаҡҡа саҡырған.

Рухыңды төшөрмә,Илназ!Рухыңды төшөрмә,Илназ!
Рухыңды төшөрмә,Илназ!

Алты ауыр операция кисергән Туймазы районы малайын күп кешеләр дәртләндереп тора, ярҙам итә. Яңыраҡ Илназ үҙенең Инстаграммдағы ilnaz_official сәхифәһенә билдәле футболсылар ебәргән видеомөрәжәғәттәрҙе һалды. Уға "Спартак" командаһының капитаны, Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыһы Георгий Джикия сәләм ебәреп, малайҙы һәм уның яҡындарын мартта үтәсәк Европа лигаһының Мәскәүҙәге 1/8 финал уйынын ҡарарға саҡырған. Мачтан һуң яҡындан танышырбыҙ, һөйләшербеҙ, тигән.  

"Локомотив" командаһынан Константин Марадишвили иһә уға түҙемлек, ихтыяр көсө теләгән.

Ә "Зенит"тан Артем Дзюба: "Зинһар, тик яҡшы нәмәләр тураһында уйла. Һинең турала хәстәрлек күргән, һиңә ышанған кешеләр күп. Берәй ҡасан "Зенит"тың йәки Рәсәй йыйылма командаһының уйынын ҡарарға килереңә ышанам. Рухыңды төшөрмә, Илназ, үҙеңде һаҡла, уңыштар!" – тигән.
Тағы ла бер талантлы футбол комментаторы Нобель Арустамян да уға изге теләктәрен теткергән. Тиҙҙән, февраль аҙағында, Илназ тыуған көнөн билдәләйәсәк. Был ҡыуаныслы яңылыҡтар уға ҙур бүләк булды.
Илназ, беҙ ҙә һиңә тик уңыштар теләйбеҙ! Бирешмә,тик алға атла!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас