Метеорологтар төбәктә һауа торошоноң боҙолоуын вәғәҙәләне. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, республикала ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы һәм 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмеүе көтөлә.
Иртәгә лә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә – 10-14, аяҙытҡанда 16–21, көндөҙ – 7–12 градус һалҡын.