Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
9 Февраль 2022, 12:01

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген хәстәрләп.

Башҡортостан Республикаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға, эшҡыуарҙарға ярҙам маҡсатында йыл һайын хөкүмәттән әллә күпме аҡса бүленә. 

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген хәстәрләп.Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген хәстәрләп.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген хәстәрләп.

Был йәһәттән Стәрлетамаҡта ла эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла. Мәҫәлән, Хөкүмәт ярҙамы менән "Ҡайынҡай" (Березка) шифаханаһы ла 2021 йылда файҙалана алды . Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөт биҙҙәрен тикшереү өсөн заманса, яңы маммографиялы булды. 
– Һөт биҙҙәрен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән яңы ҡоролма ҡалалағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген хәстәрләү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Был заманса маммографияның үҙенсәлеге шунда, нурланыу алмайынса тикшереүҙәр үткәрергә мөмкинлек бирә. Бындағы һүрәттең сифаты күпкә юғары, уны ҙурайтып йә бәләкәйсәйтеп төрлө яҫылыҡтан ҡарарға, аныҡлығын көйләргә була. Ҡыҫҡаһы, ҡоролма һөт биҙендәге бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә күрергә ярҙам итә,- ти  "Ҡайынҡай" шифаханаһы директоры Рауил Шафиҡов.
Әйткәндәй, был ҡорамал 600 мең һумға алынған, шуның 300 меңе Хөкүмәт ҡаҙнаһынан субсидия ярҙамында ҡапланған.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас