Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
10 Февраль 2022, 09:38

Күп балалы Горюшиндар ғаиләһе фильмда төшәсәк!

Үткән йылда күп балалы ғаиләләр өсөн «Ғаилә калейдоскобы» тигән конкурс иғлан ителгәйне. Бында ғаиләләрҙең кәсептәре, ижады йәки социаль әүҙемлектәре төшөрөлгән видеояҙмалар 31 декабргә тиклем ҡабул ителде.

Күп балалы Горюшиндар ғаиләһе фильмда төшәсәк!Күп балалы Горюшиндар ғаиләһе фильмда төшәсәк!
Күп балалы Горюшиндар ғаиләһе фильмда төшәсәк!

Бәйге «Кәсеп бәхете», «Ғаилә ижады», «Социаль әүҙем ғаилә» номинациялары буйынса үтте. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан күп балалы Горюшиндар ғаиләһе «Социаль әүҙем ғаилә» номинацияһында еңеүсе тип табылды.Хәҙер улар "Күп балалы ғаилә – милләт ғорурлығы" тигән фильмда төшәсәк.
Ағымдағы йылдың 3 июнендә проекттың йомғаҡлау сараһы – «Ғаилә палитраһы» арт-фестивале уҙасаҡ. Унда «Ғаилә калейдоскобы» ҡатнашыусылары һәм еңеүселәре бүләкләнәсәк, «Күп балалы ғаилә – милләт ғорурлығы» фильмының презентацияһы көтөлә. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк, ижади эштәр күргәҙмәһе, фото һәм видео, ата-әсәйҙәр өсөн консультация зоналары эшләйәсәк, балалар өсөн анимация ла буласаҡ.

Фото: "Стерлитамакский рабочий" гәзите төркөмөнән алынды. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас