

Бөгөн Владимир Жириновскийҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыуҙары тураһында хәбәр иттеләр. Әле “Ura.ru” мәғлүмәт агентлығы: “Владимир Жириновский үҙенең иптәштәрен дә, туғандарын да, табиптарҙы ла танымай. Уның хәле ауыр һәм медицина хеҙмәткәрҙәре артабан нимә булырын әйтә алмай”, – тип яҙған. Әммә ЛДПР вәкилдәре: “ЛДПР аноним сығанаҡтарҙың белдереүҙәрен тулыһынса кире ҡаға”, – тип белдерҙе.