

Акция сиктәрендә унда ҡатнашыусылар бер-береһенә туған телендәге яратҡан китабын бүләк итә. Был сара социаль селтәрҙәрҙә #подарикнигународномязыке хэштегы аҫтында яҡтыртылып бара. Ҡатнашыусылар үҙе бүләк иткән китап ни өсөн уның иғтибарын йәлеп итеүе һәм уны ни өсөн башҡаларға ла уҡырға кәрәклеге тураһында һөйләй.
Был акцияны Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы һәм З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте лә күтәрмәләп алды, улар республика мәктәптәренә ҡиммәтле энциклопедик һәм академик баҫмалар бүләк итте. Сараға шулай уҡ дәүләт хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр, уҡытыусылар р ҙа ҡушылды. Акцияның ойоштороусыһы – БР Мәғариф министрлығы теләге булған һәр кемде “Дуҫыңа туған телдәге китапты бүләк ит” акцияһына ҡушылырға саҡыра.