

Уларҙың 16 357-һе - быйыл мәктәпте тамамлаусылар, 1033-ө - уҙған йылдарҙа тамамлағандар, 147-һе - колледж студенттары , өсәүһе – былтыр БДИ тапшыра алмаусы, 1- һе - сит ил дәүләт гражданы.
– Башҡортостан Республикаһында Берҙәм дәүләт имтиханы формаһында үткәрелгән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек һәм уны үткәреүҙең һөҙөмтәле системаһы яйға һалынған. Имтихан һөҙөмтәләре БДИ-ның асыҡлығын һәм объективлығын раҫлай, - тип билдәләй БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн 11-се кластар әүәлгесә рус теленән һәм математиканан имтихан тапшырырға тейеш. Уҡыусылар математиканы база йәки профилле кимәлдә һайлай ала.
Быйыл теләк буйынса һайлаған имтихандарҙан йәмғиәтте өйрәнеү фәне иң популяр фән булған - 37,3 процент. Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары – 23 процент, биология – 20,3 процент, физика - 19,7 процент, химия - 17,9 процент һәм тарих - 12,3 процент уҡыусы һайлаған.
Фото:https://yandex.ru/images/search?pos=3&img_url=https%3A%2F%2F31tv.ru%2Fwp-content%2Fuploads%2F2020%2F07%2F%25D0%25B5%25D0%25B3%25D1%258D.jpg&text=%D0%BA%D0%B0%D1%80%D1%82%D0%B8%D0%BD%D0%BA%D0%B8%20%D0%B5%D0%B3%D1%8D%20%D1%81%D0%B4%D0%B0%D0%B5%D1%82&lr=187036&rpt=simage&source=serp