Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
18 Февраль 2022, 06:55

13 йәшлек бала юғалған.

13 йәшлек Радмир Сәләхетдиновтың юғалыуы тураһында "Балаларҙы эҙләү - Иглин" отряды ирекмәндәре хәбәр итә.

13 йәшлек бала юғалған.13 йәшлек бала юғалған.
13 йәшлек бала юғалған.

Унан билдәле булыуынса, үҫмер 16 февралдә сәғәт 13.00-дә мәктәпкә уҡырға киткән, әммә унда барып етмәгән.
Билдәләренә иғтибар итегеҙ: буйы 155-160 см, 13-15 йәштәр тирәһе күренә, тығыҙ кәүҙәле, сәсе тура ҡара төҫтә, күҙҙәре зәңгәр. Өҫтөнә ҡара-һоро төҫтәге куртка, ҡара трико, аҡ рубашка, һоро кроссовка, "Россия" тигән яҙыулы шапка кейгән. Үҙе менән ҡара биштәр, супермаркеттың аҡ пакетын тотҡан.

Уны күреүселәр, нимәлер белеүселәр булһа, зинһар, 112 һандарына йәки 89279698919, 89173835687 һандарына шылтыратығыҙ.

Фото:социаль селтәрҙән.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас