

– Өйҙәренән ҡасырға мәжбүр булған кешеләр хәҙер төрлө юридик мәсьәләләр менән осрашыуы мөмкин: ул ваҡытлыса һәм даими торлаҡ биреү тәртибе лә, кәрәкле документтар әҙерләү ҙә, социаль тәьминәт тә. Беҙҙең юристарыбыҙ Башҡортостанға килгән мәжбүри күсенеүселәргә хоҡуҡи ярҙам күрһәтергә әҙер, – тип билдәләне ассоциацияның Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе Ирина Панькина.
Әйткәндәй, БР буйынса роспотребнадзор идаралығының Стәрлетамаҡ территориаль бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәзиля Баһаутдинова әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһына Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килеүселәрҙе "Ҡайынҡай" һәм "Йәйғор" шифаханаларына урынлаштырасаҡтар.