Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
23 Февраль 2022, 18:02

“ДИҢГЕҘ МОҢО ҠУШЫЛДЫ ЙЫРҘАРЫМА”

Рәмил Әүбәкиров әрме йылдарын һағынып иҫкә ала

“ДИҢГЕҘ МОҢО ҠУШЫЛДЫ ЙЫРҘАРЫМА”“ДИҢГЕҘ МОҢО ҠУШЫЛДЫ ЙЫРҘАРЫМА”
“ДИҢГЕҘ МОҢО ҠУШЫЛДЫ ЙЫРҘАРЫМА”

1990-сы йыл... Инде “әрме бутҡаһы” ашап, “дембель” көтөп, ысын һалдат булып, тыуған яҡтарын һағынып берсә һағышланып, берсә моңланып йырҙар яҙа бер егет. Ул йылдарҙа тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп йөрөүсе Балтик диңгеҙе буйындағы морякты бәлки тамашасылар белмәгәндер ҙә. Уның ярты донъяны урап сығып, диңгеҙ гиҙгән мәлдәрендә тыуған яҡтарын һағынып күңеленән йырҙар ағылғанын, бәлки, ишетмәгәндәрҙер ҙә. Эйе, кәрәк саҡта әбйәлилдәрсә ойотоп баҫып бейеп ебәрһенме, йә булмаһа күңелдәрҙе тетрәндерерлек йыр һуҙһынмы, барыһы ла тыуған яҡтарын һағыныуҙан башланған уның...
  Бөгөн иһә, ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Урал моңо”, “Ирәндек моңдары” һәм башҡа мәртәбәле конкурстар еңеүсеһе, билдәле йырсы, Стәрлетамаҡ филармонияһы солисы Рәмил ӘҮБӘКИРОВ булараҡ бар республикаға танылыу алған! Әрме йылдарында тыуған йырҙар уның ижады өсөн айырыуса ҡәҙерле.

“Балтик буйлап тағы ҡасан атлар инем?”
   Ватанды һаҡлау, уның именлеген тәьмин итеү элек-электән ир-егеттәрҙең мөҡәддәс бурысы булып һанала. Әрме хеҙмәтенең әһәмиәте нәҡ ошо 90-сы йылдарҙа йәки уға тиклем айырыуса көслө була. Егеттәр нисек кенә булһа ла, һалдатҡа алынырға, ил алдында гражданлыҡ бурысын намыҫ менән үтәргә тырышҡан. Мәҡәләнең геройы Рәмил Әүбәкиров та 18 йәше тулыу менән хәрби комиссариатҡа юллана.
“Әрме хеҙмәтенең әһәмиәте нимәлә?” – тип ҡыҙыҡһынам әңгәмәсемдән. Белеп торам: ир-егеттәр армия тураһында тәмләп-тәмләп сәғәттәр буйына һөйләй ала, ул да ҙур ҡәнәғәтлек, эске бер ғорурлыҡ менән һалдат итеге кейгән йылдарҙың ысын тормош мәктәбе булыуын билдәләй. Әйткәндәй, уның Балтик диңгеҙе буйында йөрөүенә әллә күпме ваҡыт үтһә лә, әрме хеҙмәтенең ир-егет тормошондағы роле, баҡһаң, йылдар үтеү менән әллә ни үҙгәрмәгән дә.
  – Әрме – ир-егеттәр өсөн бик тә кәрәк нәмә. Хәрби дисциплина физик яҡтан ғына сыныҡтырып ҡалмай, бөтә яҡлап тәрбиә бирә, рухи яҡтан да көслө бер тормош мәктәбе булып тора. Нәҡ шул йылдарҙа егеттәр ысын ир ҡорона инә, холоҡ-фиғеле нығына, шәхес булараҡ формалаша. Хатта тормошҡа ҡарашы ла ҡырҡа үҙгәреп, ерҙә ныҡлы, ышаныслы баҫып тора. Шуға армияға алынасаҡ егеттәргә физик яҡтан да, рухи яҡтан да ныҡлы әҙерләнергә, спорт менән шөғөлләнергә, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға, төрлө өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшергә, үҙеңде йәмәғәтселеккә тик ыңғай яҡтан ғына танытырға кәңәш итер инем, – ти элекке моряк. – Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, йылдар уҙған һайын, ике йыл ярымлыҡ әрме тормошо йышыраҡ иҫкә төшә, ундағы ваҡиғалар ҡуйыраҡ төҫ ала барғандай тойола. Шул хәтлем тиҙ уҙҙы ла китте тиһәм 
уҙҙы ла китте тиһәм, ҡайһы берәүҙәр ғәжәпкә ҡала. Әллә күпме айырылмаҫ дуҫтар таптым, төрлө милләттән булған хеҙмәттәштәрем менән аралашыу дауам итә. Балтик диңгеҙе буйлап тағы ҡасан атлар инем әле?! Бынан тыш, ике ятып бер төшкә инмәгән үҙенсәлекле тәбиғәтле сит яҡтарҙы күреү бәхете тейер инеме?! Ә инде яурында ысын мылтыҡ йөрөтөү – ҡайһылай ғорурлыҡ! Иң мөһиме, ике йыл ярым ваҡытымды Ватанымды һаҡлауға арнаным, тип ауыҙ тултырып әйтә алам, – тип дауам итте һүҙен әрме
сафтарында булған йылдары хаҡында ул.

Тәүге көйөн хәрби хеҙмәт мәлендә яҙа.
    Рәмилдең кесе йәштән үк йыр- моңға, музыкаға ғашиҡ булыуын ата-әсәһе һәм ауылдаштары һәйбәт белә. Атаһы Закир оҫта бейеүсе лә, йырсы ла булһа, әсәһе лә донъя мәшәҡәттәре менән булышҡанда, ҡул эшенә тотонғанда һәр саҡ йырлап, моңланып, халыҡ йырҙарын йырлап йөрөгән кеше. Бына ошо мөхит Рәмил Әүбәкировтың үҙенә ғүмерлек һөнәр һайлауына сәбәп булып торғандыр.
 – Йыр-моң яратыуым гүзәл тыуған төйәгемдең матурлығынан, уға булған һоҡланыуҙан да яралғандыр, тип уйлайым. Атай-әсәйем дә, туғандарым да – ижади ҡарашлы кешеләр. Әсәйем моңло итеп йырлаһа, атайым гармунда ла, мандолинала ла уйнай ине. Туғандарым араһынан да берәүҙәре ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнаһа, икенселәре бейеүгә оҫта, – ти йырсы.
Ә сәхнәгә килгәндә, уға юл бала саҡтан һалына. Тәүҙә мәктәптә, ауыл клубында, районда үткән концерттарҙа ҡатнаша. Аҙаҡтан сәхнә уның ижад майҙанына әйләнеп китә. Бынан һуң йырмоңдан айырылғаны ла юҡ, буғай. Уҡыуҙы бөткәс, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә ул бөтә һағышын шиғыр юлдарына һалып, үҙе көй уйлап, йырҙар ижад итә башлай.
  – Мин сәхнәгә йыр менән дә, баян менән дә аяҡ баҫтым, тиергә мөмкин. Армияла хеҙмәт иткән саҡта тәүге йырымды яҙҙым, күңелеңә бер моң килеп ингән икән, аҙаҡтан йырһыҙ йәшәүҙең йәме юҡ, – ти Рәмил Закир улы. – Ә йырҙарыма килгәндә, бөгөнгө көндә репертуарымда төрлөһө бар: дәртле йырҙарҙы башҡарырға яратам, характерлыһы ла оҡшай. Әлбиттә, лирика, романстар – репертуарымда, сөнки тап улар аша йырсы күңелендәге барлыҡ хис-тойғоно сағылдыра ала, әммә заман алға барған һайын йырсылар ҙа, стилдәр ҙә үҙгәрҙе. Минең йәштәге йырсылар, йәштәргә ҡарап, үҙен иҫке модалы йырсы тип күрә кеүек, сөнки беҙ халыҡ йырҙарын, ретро-йырҙарҙы башҡарып үҫкәнбеҙ. Хәҙергеләр халыҡ йырҙарын башҡарып бармай. Әммә беҙ ҙә замандан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ,аранжировкаларыбыҙҙы заманлаштырырға ынтылабыҙ. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыңлаусы йырҙарҙың һүҙҙәренә әллә ни иғтибар итеп бармай. Уның өсөн беренсе планда – аранжировкаң стилле, заманса булһын, шунан һуң ғына – текст менән йөкмәтке. Ә элек барыһы ла киреһенсә ине, – ти әңгәмәсем.

“Тәүге тыңлаусым да, тәнҡитсем дә – Зөлфиәм!”
  Әрменән ҡайтҡас та уның алдында “Ҡайҙа барырға, кем булырға?” тигән һорау тормай. Тура Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға бара. Шунда буласаҡ тормош иптәше Салауат районы ҡыҙы Зөлфиә менән таныша ла инде. Ғаилә ҡорғас та, Рәмил менән Зөлфиә үҙ тупһаларын хәстәрләй башлай. Һуңғы курста уҡығанда йәштәрҙе Сибай филармонияһына эшкә саҡыралар. Әммә йыл ярым эшләгәндәң һуң, эш хаҡын ала алмау, торлаҡ мәсьәләһен хәл итә алмау сәбәпле, йәштәргә Әбйәлил районы Гусев ауылына ҡайтырға тура килә. Талантлы кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай бит ул, улар ауылдың мәҙәниәт усағын дөрләтеп, йәмләндереп тороусы матур йырсылар булараҡ танылыу ала.
 – Ғаиләм менән бәхетлемен. Ҡатыным да йыр-моңға ғашиҡ кеше, минең кеүек ул да халыҡ йырҙарын ярата. Зөлфиә миңә һәр йәһәттән ярҙам итә, кәңәш бирә, яңы йырҙарымдың тәүге тыңлаусыһы ла, тәнҡитсеһе лә ул, – ти һөйөклө ҡатыны тураһында Рәмил Әүбәкиров.
 Бер аҙ ауылда эшләгәндән һуң, йыр-моңға, сәнғәтҡә ғашиҡ парҙы Стәрлетамаҡ филармонияһына эшкә саҡыралар. Шулай 1999 йылда Әүбәкировтар Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнә. Әкиәттәге һымаҡ береһенән береһе һылыу, аҡыллы өс балаһы донъяға тыуа. Исемдәре лә айҙай нурлы: Айһылыу, Айгиз һәм төпсөк ҡыҙҙары гөлдәй һылыу Гөлдәниә. Яратҡан артисыбыҙ Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан гәзит уҡыусыларыбыҙға үҙенең теләктәрен дә еткерҙе:
  – Һәр егеткә әрме хеҙмәтен үтергә кәрәк. Беренсенән, ул егеттәр өсөн гражданлыҡ бурысы һанала. Икенсенән, киләсәктә эшкә урынлашҡанда, бигерәк тә көс структураларына эшкә алыныр алдынан мотлаҡ әрме хеҙмәтендә булыу-булмауыңды ҡараясаҡтар. Һалдат итеге кейгән егеткә хөрмәтем ҙур, – ти ул.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Фотолар ғаилә архивынан.

“ДИҢГЕҘ МОҢО ҠУШЫЛДЫ ЙЫРҘАРЫМА”
“ДИҢГЕҘ МОҢО ҠУШЫЛДЫ ЙЫРҘАРЫМА”
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас