Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
23 Февраль 2022, 18:15

“ҺИГЕҘ ҺАЛДАТ ҠЫНА ТОРОП ҠАЛДЫҠ...”

Флүр Фәттәхов Чечен һуғышының иң ауыр мәлдәрен үтә.

“ҺИГЕҘ ҺАЛДАТ ҠЫНА ТОРОП ҠАЛДЫҠ...”“ҺИГЕҘ ҺАЛДАТ ҠЫНА ТОРОП ҠАЛДЫҠ...”
“ҺИГЕҘ ҺАЛДАТ ҠЫНА ТОРОП ҠАЛДЫҠ...”

Бөгөнгө тыныс атҡан таңдар, һәр иртә ҡоштар тауышын тыңлап, ерҙә ныҡлы баҫып йөрөүебеҙ өсөн кемдәргә бурыслыбыҙ? Эйе, Тыуған илебеҙҙе ҡорал тотоп, һуғыштың ҡаты һынауҙарын үткән һалдаттарға. Чечен ерендәге һуғыш беҙҙең илдә Бөйөк Ватан һуғышы осоронан һуң иң ҙур хәрби бәрелеш була. Күпме егет тәүге тапҡыр һуғыш һәм үлем менән күҙгә-күҙ осраша. Ул – ил тарихында, меңәрләгән әсә, һалдат йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Флүр ФӘТТӘХОВ та ҡыҙыу нөктәлә алған йөрәк яраларын һәр саҡ хәтерендә йөрөтә.
  Ул ошо ҡалала тыуып үҫкән, 4-се класта грек-рим көрәше менән шөғөлләнә башлай. Нәҡ ошо ваҡыттарҙан башланғандыр буласаҡ һалдаттың хәрби әҙерлеге, физик яҡтан нығыныуы. 26-сы мәктәптә 9-сы класты тамамлағандан һуң ул Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә. Бында уҡыған ваҡытта ул грек-рим көрәше буйынса “Спорт мастерына кандидат” исеменә лайыҡ була. Йәш спортсы техникумды тамамлағас та, әрмегә саҡырыу ҡағыҙы килә.
 “Әрмегә үҙ теләгегеҙ менән киттегеҙме?” – тип ҡыҙыҡһындырған һорауымды бирәм әңгәмәсемә. – Әлбиттә, берәү ҙә мәжбүр итмәне, йәш, дәртле саҡ ине. Әрме хеҙмәтенең абруйы ла ҙур булды бит ул заманда. Беҙҙең тренер йәш спортсыларға Өфөгә барығыҙ, спорт ротаһына тип тәҡдим иткәйне, мин баш тарттым. Атайымдың да “ысын ир-егет армияла хеҙмәт итергә тейеш” тигән һүҙҙәре мейегә һалынған ине. Үҙем теләгәнсә, махсус тәғәйенләнештәге “Эдельвейс” уҡыу взводына эләктем. Пятигорск вокзалының перронына килеп төшкәс тә, 45 егетте “йәш яугир” курстарына алып киттеләр. Тауҙар араһында бик ныҡ тынсыу, иң оҙон ике егет климатҡа яраҡлаша алмай, барғас та аңын юғалтты. Шулай итеп, яйлап кемдер әхлаҡи һәм физик яҡтан түҙә алмай, аҙаҡтан 8 генә кеше тороп ҡалдыҡ, – тип һөйләй армия хеҙмәте хаҡында Флүр Рауил улы.
Һуғышты киноларҙан ғына ҡарап белгән малайҙы, әлбиттә, тәүҙә шөрләтә, аҙаҡтан өйрәнеп китә. – Иң мөһиме, тыуған илемде һаҡлаясаҡмын тигән маҡсат менән хеҙмәт иттем! – ти әңгәмәсем.
 ...Төньяҡ Кавказ еренең үҙәккә үткес әсе елдәре, ожмахҡа тиң тәбиғәтле тыуған яҡтарын һағыныу һәм, әлбиттә, үкенесле мәлдәр – хәрби задание үтәгәндә ғүмеренең һуңғы минуттарын һанаусы иптәштәренең хушлашыу һүҙҙәрен ишетеү ғазаптары… Бөтәһенә лә түҙә һалдат йөрәге. Бала саҡтан килгән рухи көсө, физик ныҡлығы ошо һынауҙарҙы үтеп сығырға ярҙам итә лә инде. Юҡһа, алдыңда дошман, яныңда дошман пуляһынан ауған хеҙмәттәшең – 18 йәшлек егеткә бындайҙы кисереүе нисек ауыр булғанын үҙе генә белә. Шул уҡ ваҡытта, алда дошман булғанда – артта Тыуған ил, тигән уй ҙа бар бит әле һалдат йөрәгендә!
 – Әле һаман да әсирлектә ярты йыл булған өс мотоуҡсы күҙ алдымда тора. Был өс һалдат ашамай, ябығып бөткәндәр ине. Ә иң әсеһе – һыҙланыуҙарына түҙә алмай, көндөҙ ҙә, төнөн дә йоҡлай алмауҙары. Сөнки, бандиттар был егеттәрҙең тырнаҡ аҫтына тимер сыбыҡ ҡағып индергәндәр ине... – тип һөйләй Флүр Рауил улы ауыр хеҙмәте хаҡында. Ике йыл хеҙмәт иткән осорҙа Флүр Фәттәхов спецназдың иң юғары наградаһы, орден һәм миҙалдарҙан да ҡәҙерлерәк булған крап береты нормативтарын уңышлы тапшыра.
– Беренсе тапҡырҙан 19 кеше араһынан 6 кеше тапшырҙы. Был бик яҡшы һөҙөмтә һанала, – ти ул.
Хеҙмәт иткән осорҙа унда яңынан белем алыу теләге уяна һәм ҡайтҡас, Силәбе физик культура академияһының Стәрлетамаҡ институтына уҡырға инеп, физик культура уҡытыусыһы һәм күмәк сараларҙы ойоштороусы белемен үҙләштерә.
  Бөгөнгө көндә ошо ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән Стәрлетамаҡ егеттәре аралашып, ҡатышып йәшәйҙәр. Ҡалала “Крап береты берҙәмлеге” спецназ ветерандары союзы ойошмаһы ойоштороп, һуғышта һәләк булған иптәштәренең ҡәберҙәрен тәрбиәләп торалар, уларҙың ата-әсәләренә ярҙам итәләр. Асыҡ күңелле, ихлас, көслө, өҫтәүенә, “Крап береты берҙәмлеге” спецназ ветерандары союзы ойоштороусыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының бишенсе саҡырылыш депутаты, заман геройы Флүр Фәттәхов бөгөнгө көндә ҡалала булған ауыр холоҡло үҫмерҙәрҙе, социаль приюттарҙа булған балаларҙы спортҡа йәлеп итә, “Йәш спецназсы” хәрби-патриотик лагерҙарын ойоштороуҙа ҡатнаша. Ҡала хакимиәте бүлеп биргән спорт залында балаларҙы грек-рим көрәшенә, ҡул һуғышына өйрәтә.
  – Йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәк. Осрашыуға саҡырһалар, мин тәү сиратта балаларҙы патриотизм төшөнсәһенең мәғәнәһенә төшөндөрөргә тырышам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр уны аңламай. Белһендәр ине тыуған илдең, ата-әсәң, яҡындарың, барлыҡ туған халҡыңдың ҡәҙерле икәнлеген. Тыуған илен хөрмәтләгән – тыуған халҡын да ҡәҙерләр, – ти ул. Һәр ваҡыт ыҫпай ҡиәфәттә йөрөгән, үҙенең тәртибе менән балалар өсөн өлгө булып торған тырыш ғаилә башлығы, локаль һуғыш ветераны Флүр Рауил улы үҫмерҙәр менән уртаҡ тел таба, коллегалары араһында ла абруйы ҙур.
 – Барлыҡ ир-егеттәрҙе ысын күңелдән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым! Ватанды һаҡлау – ысын ир-егеттәрҙең бурысы. Ә ғаилә – һеҙ һаҡларға тейеш тыуған илдең бәләкәй генә ярсығы. Беҙҙең балаларға бер ҡасан да ҡорал тотоп һуғышырға тура килмәһен. Ғаиләләрегеҙҙә һәр саҡ татыулыҡ, ырыҫ һәм оло хөрмәт булһын, – тип изге теләктәрен дә еткерҙе гәзит уҡыусыларға Флүр Фәттәхов.

Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Һүрәттә: Флүр Фәттәхов әрмелә. Кавказ. 2000 йыл.

“ҺИГЕҘ ҺАЛДАТ ҠЫНА ТОРОП ҠАЛДЫҠ...”
“ҺИГЕҘ ҺАЛДАТ ҠЫНА ТОРОП ҠАЛДЫҠ...”
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас