Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Общие статьи
25 Февраля 2022, 07:51

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө. Ул 1992 йылдың 25 февралендә"Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы тураһында"ғы Законы менән раҫланған. Авторҙары — Ольга Асабина һәм Урал Мәсәлимов.

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө.Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө.
Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө.

Флаг - дәүләт гербы һәм дәүләт гимны менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының дәүләт символы булып һанала. Ул өс төҫтән тора. Уның төҫтәре һәм эмблемаһы билдәле бер символик мәғәнәгә эйә. Аҡ һыҙаттың уртаһында түңәрәк эмблема һүрәтләнгән, уның эсенә стилләштерелгән ҡурай сәскәһе төшөрөлгән.
Зәңгәр төҫ — республика халыҡтарының аңлайышлы, изге һәм саф ниәттәрен;
аҡ — тыныслыҡ һөйөүҙе, асыҡлыҡты, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙы;
йәшел — азатлыҡты, тормоштоң мәңгелеген кәүҙәләндерә;
ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ билгеһе, уның ете тажы Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың берләшеүенә башланғыс һалған 7 ырыуҙы символлаштыра. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас