Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
25 Февраль 2022, 12:07

"Минең ҙур яуҙағы геройҙарым" .

йөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙе һаҡлаусыларға арналған "Минең ҙур яуҙағы геройҙарым" халыҡ-ара конкурс-фестивалендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланған. Унда 6 - 18 йәштәгеләр ҡатнаша ала.

"Минең ҙур яуҙағы геройҙарым" ."Минең ҙур яуҙағы геройҙарым" .
"Минең ҙур яуҙағы геройҙарым" .

Сараны Оксана Фёдорованың "Изгелек ҡылырға ашыҡ" фонды, Еңеү музейы, Рәсәй почтаһы, Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы, Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте ойоштора. 

Быйылғы конкурс дүрт номинация буйынса үтәсәк: "Һүрәт", "Поэзия", "Видеоролик/Видеорепортаж" һәм "Йыр". Эштәр www.detigeroi.ru  сайтында 2022 йылдың 25 мартына тиклем ҡабул ителә. 
 "Һүрәт" номинацияһы буйынса килгән бөтә рәсемдәр Еңеү музейы сайтында урынлаштырылып, тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүселәргә махсус бүләктәр тапшырыласаҡ.
Конкурс еңеүселәре 11 апрелдә иғлан ителәсәк. Ә бүләкләү тантанаһы 23 апрелгә планлаштырылған.
Илһөйәрлек конкурсынан ситтә ҡалмайыҡ,дуҫтар!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас