Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
1 Март 2022, 04:14

Алтмыш мәҙәниәт хеҙмәткәренә 500 мең һум аҡса!

Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләне.  

Алтмыш мәҙәниәт хеҙмәткәренә 500 мең һум аҡса!Алтмыш мәҙәниәт хеҙмәткәренә 500 мең һум аҡса!
Алтмыш мәҙәниәт хеҙмәткәренә 500 мең һум аҡса!

2021 йылда «АРТ-Ҡоролтай» форумында Радий Хәбиров ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә грант булдырырға тәҡдим иткәйне. Күп тә үтмәй, был тәҡдим ысынбарлыҡҡа әйләнде. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тәүге һөҙөмтәләр тураһында һөйләне.
- Был проектты тормошҡа ашырырға республика бюджетынан 30 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Республиканың 49 ҡала һәм райондарынан 60 мәҙәниәт хеҙмәткәре 500 мең һум аҡса алды,- тине  Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас