Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
3 Март 2022, 06:28

АНТОНИНА УСЕВИЧҠА ЮҒАРЫ НАГРАДА!

Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урта һөнәри белем биреү буйынса республика советының тәүге ултырышын үткәрҙе

АНТОНИНА УСЕВИЧҠА ЮҒАРЫ НАГРАДА!АНТОНИНА УСЕВИЧҠА ЮҒАРЫ НАГРАДА!
АНТОНИНА УСЕВИЧҠА ЮҒАРЫ НАГРАДА!

Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, республика Хөкүмәте ағзалары, төбәктәге колледждар директорҙары ҡатнашты.
 Билдәле булыуынса, Башҡортостан урта һөнәри белем биреү учреждениелары һаны буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе. Республикала 96 колледж һәм 41 филиал эшләй, уларҙа 104 мең кеше уҡый. 136 йүнәлеш һәм 80 эшсе һөнәре буйынса кадрҙар әҙерләнә.
Ултырышта республика Башлығы квалификациялы эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен күтәрҙе, шул уҡ ваҡытта урта һөнәри белемгә ихтыяждың артыуын, йәштәрҙең колледждарға өҫтөнлөк биреүен билдәләне.
– Ошо күренеште нығытырға, эшсе һөнәрҙәрҙең, хеҙмәт династияларының абруйын арттырырға, лайыҡлы хеҙмәт шарттары, заманса эш урындары булдырырға кәрәк. Әлбиттә, колледждарҙа ла яҡшы шарттар тыуҙырыу мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Ул урта һөнәри белем биреү системаһы әһәмиәтенең федераль кимәлдә лә артыуын, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ошо өлкәне үҫтереүгә ҙур иғтибар биреүен, “Мәғариф” милли проектына ярашлы колледждарға ҙур ярҙам күрһәтелеүен билдәләне.
Ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы колледж директорҙарына һәм уҡытыусыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы директоры Антонина Усевич та булды. Уға юғары дәүләт наградаһы - “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы тапшырылды.
Уның күптән лайыҡ булған маҡтаулы исем алыуы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас