

Йыш ҡына эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәре алдында үҙ бурысын тулыһынса үтәмәй. Ваҡытында эш хаҡын бирмәйҙәр. Был күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, шул уҡ ваҡытта банктан алған кредиттарҙы ваҡытында түләүгә тотҡарлыҡ яһай.
5,5 миллион һумлыҡ бурыс
Үткән йылдарҙы алһаҡ, Өфөләге – «Каркас өй төҙөү» заводындағы хәл бар республикаға ғына түгел, хәҙер илгә лә таныштыр. Сөнки РФ-ның Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин хатта үҙе тикшереү комитетының төбәк идаралығынан был хәл буйынса доклад һораны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың ноябрь-декабрь айҙарына Өфөләге завод 150 хеҙмәткәренә эш хаҡын түләмәй, етештереү цехтарын ябып, хеҙмәткәрҙәрҙе эштән китергә мәжбүр итә. Дөйөм бурыс суммаһы 5,5 миллион һум тәшкил иткән. Завод директоры Николай Кудрявцев был бурыстың 1,6 миллион һумын ғына ҡаплаған. Әле предприятие баш ҡалала 2005 йылдан алып эшләй. 2020 йылда компанияның табышы 391,7 миллион һум тәшкил итһә, саф табышы – 1,7 миллион һум.
Стәрлетамаҡта ла бар...
Шулай ҙа... Бындай хәлдәр Өфөлә генә түгел, үҙебеҙҙә лә бихисап. Үткән йылдарҙа хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәгән бик күп кенә ойошмалар яуаплылыҡҡа тарттырылғайны. Стәрлетамаҡ ҡалаһы профсоюздар ойошмаһының территориаль берекмәһе Координация Советы рәйесе Таһир Ғәйетҡолов әйтеүенсә, предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә ваҡытында эш хаҡын түләмәү проблемаһы беҙҙең ҡалала ла тулыһынса бөтөрөлмәгән әле. Был күренеш менән көрәшеү маҡсатында Стәрлетамаҡ ҡалаһының профсоюздар ойошмаһы, ҡала хакимиәте һәм күҙәтеү органдары менән берлектә, эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәренә бурыстарын ҡайтарыу буйынса эш алып бара.
– Махсус тикшереүҙәр, эштәр алып барылыуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһының биш ойошмаһы 111 хеҙмәткәре алдында 8 миллион 918 мең һумлыҡ бурысҡа батҡан. Улар: “Древпром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Галилео” композит торбалар етештереүсе Стәрлетамаҡ заводы, “Грандстройиндустрия” һәм “Промстройподрядсы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре. Был ойошмаларҙың етәкселәре административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
“Ҡасығыҙ, түләмәй улар”
Эш тип сит тарафтарға китеп эш хаҡын ала алмаған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, былтыр Радий Хәбиров Алыҫ Көнсығышта намыҫһыҙ ойошмаларҙан алданған яҡташтарыбыҙҙы ҡайтарырға ярҙам иткәйне. Тағы Башҡортостан вахтасыларының дүртәр ай буйына эш хаҡы ла ала алмай, ҡайта ла алмай ятҡан саҡтары булды. 2021 йылда “ВНЗМ” йәмғиәте эшселәре сентябрҙән хеҙмәт хаҡы ала алмағандар ине.
“ВНЗМ” акционерҙар компанияһы Өфөлә урынлашҡан, ойошма эшселәре республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында һәм күрше төбәктәрҙә тир түгә икән. “Түләргә вәғәҙә итәләр ҙә, хеҙмәт хаҡын тулыһынса бирмәйҙәр. Хатта командировкала йөрөгән ҡайһы бер ир-егеттәр ғаиләләренән аҡса һорап торорға мәжбүр. Сөнки уларҙың ашарына ла юҡ”, – тип яҙған ине Рафаэль исемле эшсе социаль селтәрҙәрҙә. Ир прокуратураға ла мөрәжәғәт итеп ҡараған, әммә бының файҙаһы булмаған, сөнки ҡағыҙҙар буйынса – ал да гөл!.. “Ҡасығыҙ, түләмәй улар”, – тип яҙған Рафаэль. Бөгөнгө көндә лә эшһеҙлек, вахтасылар, эш булып та эш хаҡын ала алмау – республикабыҙҙағы иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.
100 мең һум штраф
“Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы”ның 5.27 статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хеҙмәт хаҡын, эш мөнәсәбәттәре сиктәрендәге башҡа түләүҙәрҙе бөтөнләй йә тейешле ваҡытында бирмәгән, йә хеҙмәт ҡануниәтендә күрһәтелгән күләмдән әҙерәк түләгән хужаларға түбәндәгесә штрафтар ҡаралған:
– вазифа биләгәндәргә – 10- 20 мең һум,
яуаплылыҡҡа ҡабаттан тарттырылғанда – 20-30 мең һум.
Бер- өс йылға квалификацияһынан мәхрүм ителеүе лә ихтимал;
– шәхси эшҡыуарҙарға – 1-5 мең һум,
ҡабатланған осраҡта – 10-30 мең һум;
– ойошмаларға (юридик берәмектәргә) – 30-50 мең һум, ҡабатланған осраҡта – 50-100 мең һум. Эш биреүсенең яуаплылығы РФ Хеҙмәт Кодексы менән нығытылған, уға ярашлы хеҙмәт тураһындағы законды һәм норматив акттарҙы боҙған ойошма етәксеһе йәки башҡа вазифалы кешеләр яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Эш хаҡын түләмәүҙә ғәйеплеләр дисциплинар, административ һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылырға мөмкин. Атап әйткәндә, административ штраф һалыу ҡаралған. Ярты йыл эсендә тағы бер тапҡыр хеҙмәт законын боҙоуы асыҡланһа, ул етәксе бер йылдан өс йылға тиклем биләгән вазифаһынан бушатыла. Үҙенә файҙаланыу маҡсатында өс ай дауамында эш хаҡын һәм башҡа түләүҙәрҙе (пенсия, пособие, стипендия) өлөшләтә түләмәгән өсөн етәксегә ҡарата енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Ике айҙан ашыу эш хаҡы бөтөнләй түләнмәһә, етәксе өс йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин.
Йомғаҡлау урынына.
Әлбиттә, штрафтар ҡаралған да ул, тик бурыс ҡайтарылһа ярай ҙа, штраф түләп тә, эш хаҡы түләнмәгән осраҡтар ҙа етерлек. Нисек кенә булмаһын, хәләл көс түгеп табылған мал башҡа кеше тамағына китеүе аяныслы хәл. Шуға күрә, эшкә урынлашҡанда ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү хаҡында онотмаһаҡ ине һәм билдәле яҙыусы Антон Чеховтың “Размазня” хикәйәһендәге гувернантка Юлия Васильевна һымаҡ булмаһындар ине. Унда бер байҙың гувернанткаһына ике айлыҡ эш хаҡын – 80 һум вәғәҙә итеүе, бирер ваҡыт еткәс, алдап-йолдап уны 11 һумға тиклем кәметеүе тураһында бәйән ителә. Ябай ғына эпизод аша автор ике кешенең – байҙың һәм гувернантканың психологик образдарын асып һала. Унда хужа гувернанткаһының эш хаҡын ни өсөн ҡыҫҡартҡанын яҙып барҙым тип, һәр береһен уҡытыусы ҡыҙға тәфсирләп аңлата. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙың бөтәһе менән дә өнһөҙ килешеүе төп геройҙы сығырынан сығара. Аҙаҡтан ул был ҡылығын гувернанткаға эш биреүселәргә ҡарата ҡыйыуыраҡ булырға, асығауыҙ, бешмәгән булмаҫҡа һабаҡ биреү маҡсатында эшләүен әйтә. Түбәнһетеүҙәргә риза булып, өндәшмәй ҡалған өсөн һине алдарға, кәмһетергә тырышалар, уҫалыраҡ бул, үҙеңә тейешлене талап итергә өйрән, тип кәңәш бирә. Был кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ!