

Ишембайҙан Стәрлетамаҡҡа 25 йәшлек ҡыҙ ҡунаҡҡа килгән. Кискеһен урамға йөрөргә сығып килгәндән һуң, уның ҡиммәтле ноутбугы фатирҙан уҡ юғалыуын белеп ҡалған. Баҡтиһәң,фатир хужалары был ҡыҙҙың оҙаҡламай ҡайтыуын белеп, ишекте бикләмәйенсә йоҡларға ятҡан.
Икенсе көнөнә шул уҡ күп фатирлы йортта йәшәүсе бер ирҙең төндә кешеләргә осһоҙ хаҡҡа ғына ноутбук тәҡдим итеп йөрөгәне асыҡланған. Сауҙаһы ла уңышлы үткән, ноутбукты тиҙ арала һатып та ебәргән ул. Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙе ҡулға алғандар. Билдәле булыуынса, эсеп урамға сығып барған ир, бер фатир ишегенең асыҡ икәнлеген күреп, шым ғына түргә үтеп, ноутбукты һалдырып алған.
Ярай, техниканы ғына алып сығыуы хәйерлелер бәлки. Кешенең башында ниндәй уй икәнлеген белеп булмай. Шуға күрә, һаҡ булығыҙ, ишегегеҙҙе гел бикләп ултырығыҙ, йәмәғәт!