Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Общие статьи
11 Марта 2022, 08:28

Украинала Учалы егете һәләк булған.

Был турала Учалы районы хакимиәте башлығы үҙ сәхифәһендә хәбәр итте.

Украинала Учалы егете һәләк булған.Украинала Учалы егете һәләк булған.
Украинала Учалы егете һәләк булған.

“Учалы районына ҡайғылы хәбәр килде.  Һалдат бурысын үтәгәндә Ахун ауылы егете Нил Наил улы Мөслимов геройҙарса һәләк булған. Ул Рәсәй хәрби көстәренең мотоуҡсылар батальонында контракт нигеҙендә гранатометсы булып хеҙмәт иткән. Нил Наил улы тураһында яҡты иҫтәлек яҡташтары хәтерендә мәңге һаҡланыр. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ”, - тип белдерҙе хакимиәте башлығы.
  Мәктәптән һуң Нил урындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Былтыр яҙ уҡыу йортон тамамлағас, үҙ теләге менән армияға китә, ярты йылдан контракт нигеҙендә хеҙмәтен дауам итә. Уға ни бары 19 ғына йәш була...

Фото Р. Ғиләжетдиновтың сәхифәһенән.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас