Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март 2022, 15:12

“БЫНА ШУЛАЙ ЕҢЕРГӘ КӘРӘК!”

...“Йә, нығыраҡ тот биленән! Ана шулай, бирешмә! Мин бөгөн еңергә тейешмен!” Шулай көрәш майҙанында ла эстән үҙ-үҙең менән көрәшеү бигерәк ауыр шул... Ә бит был көрәш ғүмер буйына дауам итә, хатта ярыштарҙан ҡайтҡандан һуң да...

“БЫНА ШУЛАЙ ЕҢЕРГӘ КӘРӘК!”
“БЫНА ШУЛАЙ ЕҢЕРГӘ КӘРӘК!”

5 март көнө Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжында 2004-2005 йылғы егеттәр араһында көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Көрәш майҙанына республиканың 4 ҡалаһы һәм 20 районы көрәшселәре үҙҙәренең көсөн һынарға йыйылды. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов сәләмләне.
  – Көрәш – ул милли спорт төрө генә түгел, ул үҙенә күрә бер сәнғәт. Башҡортостан Республикаһында көрәш – спорт өлкәһендәге иң төп йүнәлештәрҙең береһе. Стәрлетамаҡта 200-ләгән көрәшсе менән 7 тренер шөғөлләнә, – тине Рөстәм Ғәзизов.
Бына исмаһам көрәш булды ул, дуҫтар! Былай хисләнеп көрәшкәндәрен һабантуйҙарҙа ғына күҙәтә инек. Милли көрәшкә халыҡ ысынлап та ғашиҡ икәне тағы бер тапҡыр иҫбатланды. Хоккей, футболда тамашасыларҙың геүләп тороуҙарына, тауыштарына инде өйрәнеп тә бөттөк – беҙ быға шулай булырға тейеш тип ҡарайбыҙ. Хоккейҙа ла һыҙғыралар, ҡысҡыралар, ниңә дөрөҫ түгел икәнен иҫбатлайҙар. Ә бына көрәштә берәйһе матур алым эшләп, биленән тотоп йыҡһа – китә һөйөнөс, ҡул сабыуҙар, хатта дәғүәләр... Әлбиттә, был күңелле. Ҡыҫҡаһы, 5 март көнө көрәш майҙаны гөрләне генә Стәрлетамаҡта.
Ике көслө көрәшсе осрашҡас, барыбер кемелер еңергә тейеш. Яңылышлыҡ, икенсе көрәшсенең сослоғо арҡаһында ғына еңелеп ҡалыусылар ҙа булды. Бөтә “ҡыҙығы” ла шунда бит!
Стәрлетамаҡтан Данил Хәнипов келәмгә сығыу менән алға ынтылды. Уның тураһында “Тимер кеүек егет! Хәҙер күтәреп һаласаҡ!” тип бышылдап һөйләшкән тауыштар ишетелеп ҡала тамашасылар араһынан.
Ысынлап та, бер-нисә секунд эсендә ҡаршыһына сыҡҡан көрәшсене йығып һалып та ҡуйҙы ул. Бына шулай еңергә кәрәк, арҡаға ятыу юҡ!
Даниил Сөләймәнов та 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында турнирҙа 2-се урын яуланы. 60 килограмға тиклемге ауырлыҡта Әлим Насиров – 3-сө, 65 килограмға тиклемге – Айҙар Ибләминов, 80 килограмға тиклемгеһендә – Айҙар Федоров 3-сө урын алды.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: