Ашҡаҙар
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2022, 10:10

ҺӘР КЕМ ИНЖЕНЕР БУЛА АЛА!

Яңыраҡ сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм уның урынбаҫарҙары эшҡыуар Наил Ғимәҙиевтың проектын ҡаранылар. Эшҡыуар ҡалала хәҙерге заман технологиялары ярҙамында ҡорамалдар етештереү һәм уларҙы үҫтереү маҡсатында махсус үҙәк асыу проектын тәҡдим итте.

ҺӘР КЕМ ИНЖЕНЕР БУЛА АЛА!
ҺӘР КЕМ ИНЖЕНЕР БУЛА АЛА!

Проект авторы әйтеүенсә, ул үҙе 2018 йылдан алып 3D принтерҙар етештереү һәм DIY йыйылмаларын (үҙ ҡулдарың менән эшләнгән әйберҙәр) булдырыу менән шөғөлләнә. Уларға, иң мөһиме, Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә ихтыяж ҙур. Йүнселдең хатта интернет-магазины ла бар икән.
Хәҙер эшҡыуар ҡалала күрһәтеү үҙәге, икенсе төрлө әйткәндә, “быяла артында”ғы етештереүҙе булдырғыһы килә. Бында ул балаларҙы һәм өлкәндәрҙе 3D моделләү (махсус программалар ярҙамында реаль донъялағы күренештәрҙе һәм предметтарҙы күләмле итеп, ысынға оҡшатып эшләү) һәм 3D баҫып сығарыуға (3D принтер ярҙамында иретелгән төрлө материалдарҙан ҡатлам-ҡатлам итеп төрлө нәмәләр яһау) өйрәткеһе килә. Бынан тыш, ул өҫтәмә белем биреү үҙәге ойошторорға, ҡалалағы белем биреү учреждениелары педагогтары һәм белгестәре квалификацияларын күтәрергә һәм эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек итергә планлаштыра. – Мәҫәлән, һин кешегә идея бирҙең дә шунда уҡ эшен дә (һөҙөмтәһен) күҙәтәһең һәм әҙер деталде ҡулыңа алаһың. Бында студенттарҙың практика үтеүҙәре лә яҡшы булыр ине. Шулай уҡ үҙәктә сәнәғәт туризмын үҫтерергә була, – ти Наил Ғимәҙиев.
Хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов был идеяны хупланы һәм ҡалаға бындай ҡыҙыҡлы проекттарҙың кәрәклеге тураһында әйтеп үтте. Был проект өсөн троллейбус идаралығы бинаһының бер өлөшөн ҡуртымға биреү варианттарын ҡарарға ҡушты, ә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Гүзәл Ситдиҡова эшҡыуарға ярҙам сараларын алыу буйынса кәңәштәрен еткерҙе.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: