Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Март 2022, 16:16

Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр "IT-карьера көнө" кадрҙар форумы үтте.

Ошо көндәрҙә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетында беренсе тапҡыр IT, йәғни һанлы технологиялар өлкәһенә ҡағылған кадрҙар форумы үтте.

Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр "IT-карьера көнө" кадрҙар форумы үтте.
Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр "IT-карьера көнө" кадрҙар форумы үтте.

Был сарала Башҡортостандың көньяғынан юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусы 300-ҙән ашыу студент һәм төрлө ҡалаларҙан 22 ойошма вәкилдәре ҡатнашты.
Аналитиктарҙың күҙаллауҙарына ҡарағанда, был өлкәләге кадрҙар дефициты- 600 меңдән алып миллион кешегә тиклем етә икән. Шуның өсөн улар һәр бер юғары уҡыу йорто ошондай һөнәр өсөн урын булдырырға һәм буласаҡ белгестәр әҙерләүҙә актуаль программалар тәҡдим итергә тейеш. Шулай уҡ уҡыу йорттары белгестәрҙең ҡайҙа эшкә урынлашыуын да күҙалларға бурыслы тип баралар. Стәрлетамаҡта уҙғарылған кадрҙар форумы ла ошо хаҡта.
- Бындай киң масштаблы сара беҙҙең уҡыу йортонда беренсегә уҙғарыла,- тип сәләмләне барыһын да БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры Игорь Сыров. Был мөһим сараны тап беҙҙең уҡыу йортонда ойоштороуҙары бик дөрөҫ. Әүҙем йәштәр донъяны үҙгәртергә, уны яҡшыраҡ итергә теләй,- тип өҫтәне ул.
— Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең ике юлы бар: сит компанияларҙан оҫталарҙы саҡырыу йәки уларҙы үҙебеҙҙә тәрбиәләү.Бөгөнгө көндә ИТ-технологиялар өлкәһе бындай белгестәргә ҡытлыҡ кисерә-,тигән фекер белдерҙе Башҡортостан республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Почетлы ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Таипов та булды. Ул барыһын да видеобәйләнеш аша сәләмләне.
- Бик күп сит ил компаниялары Рәсәйҙән киткәнгә күрә, бөгөнгө көндә бигерәк тә проект булдыра алған,тейешле техник эштәрҙе тиҙ генә башҡарып,уны тормошҡа ашыра алған кешеләр кәрәк. Владимир Путин да «Рәсәй Федерацияһында мәғлүмәт технологиялары тармағын тиҙ үҫтереүҙе тәьмин итеү буйынса саралар тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. ИТ-компаниялар үҙ бизнесын үҫтереү өсөн 3 процент ставкалы льготалы ипотека, грант һәм финанс ярҙамы, килемгә һалымдан азат итеү, контроль органдары менән тикшереүҙәр үткәреү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм армиянан кисектереү менән файҙалана аласаҡ. Әммә был яңы ярҙам саралары пакетының - өсөнсөһө, сөнки АйТи-өлкәгә элек-электән иғтибар бүленә, «Һанлы иҡтисад» милли программаһында һанлы технологияларға булышлыҡ итеүгә арналған айырым позиция ла бар. Улар - гранттар ҙа, һалым ташламалары ла. Яңы указ - үҫеш өсөн өҫтәмә стимул һәм илебеҙ программистарының заказдар алыуына һәм баҙарға сығыуына гарантия, - тип аңлатма бирҙе Рәсүл Рафанир улы.
Кадрҙар форумында ҡатнашыусылар өҫтәмә һәм виртуаль ысынбарлыҡ, яһалма интеллект буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Студенттарға төрлө компания вәкилдәре менән шәхсән танышыу мөмкинлеге лә булды. Улар үҙҙәре теләгән ойошма тураһында күберәк мәғлүмәт алырға, вакансияларҙы белешергә айырым майҙансыҡтарға юлланды. Шул уҡ ваҡытта математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты студенттары тарафынан да айырым презентациялар, проекттар майҙансығы ла эшләй ине. Бында үҙҙәренең һанлы "ризыҡ"тарын УМНИК конкурсында ҡатнашып грант отҡан суденттар тәҡдим итте. Мәҫәлән, 3-сө курс студенты Вадим Хазеев "Бер ҡала тарихы" белем биреү проектын һәм яңы виртуаль тренер әҙерләүен күрһәтһә, 4-се курс студенты Денис Лозовой үҙе булдырған Zoom ҡушымтаһы прототибы менән таныштырҙы.Уның булдырған ҡушымтаһында ла кешене алыҫ аралыҡтан күреп ишетеп була .Ә айырмаһы шунда: виртуаль ысынбарлыҡтың да булыуы. Виртуаль ысынбарлыҡ аша кеше үҙен икенсе донъяла хис итеүҙән тыш, кәрәкле мәғлүмәт тә ала. Кәрәкле тип һанаған әйберҙе виртуаль ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн Денис уны тәүҙә фотоға төшөрә икән.
Шулай итеп, "IT-карьера көнө" кадрҙар форумын йомғаҡлап, юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар һәм студенттар предприятие һәм ойошма вәкилдәре менән әңгәмәләшеү һөҙөмтәһендә эшкә саҡырыу ҙа алды.

Г.Шиһапова.
Я.Жигалова фотолары.

Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр "IT-карьера көнө" кадрҙар форумы үтте.
Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр "IT-карьера көнө" кадрҙар форумы үтте.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: