Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2022, 08:23

ХӘТИРӘЛӘР МЕНӘН УРТАҠЛАШ!

Ағымдағы йылда Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 77 йыл була. 

ХӘТИРӘЛӘР МЕНӘН УРТАҠЛАШ!
ХӘТИРӘЛӘР МЕНӘН УРТАҠЛАШ!

Шул уңайҙан, Стәрлетамаҡ ҡалаһы архивы "Хәрби йылдар документы менән уртаҡлаш!" акцияһын иғлан итә!
Ҡала халҡын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фотолар,документтар, наградалар, туғандарҙың һәм яҡындарҙың ҡаһарманлығы хаҡында хәтирәләр менән уртаҡлашырға саҡырабыҙ. Һуғыш ветерандары, тыл эшсәндәре, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар тураһындағы иҫтәлектәрҙән "Бөйөк Ватан һуғышы ( 1941-1945) документтары коллекцияһы" тип исемләнгән архив фонды төҙөләсәк.
Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһы архивы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың шәхси документтары менән тулыландырып килә.
Был акцияның тамамланыу ваҡыты сикләнмәгән,шуға күрә туғандарығыҙҙың,таныштарығыҙҙың хәрби документтарын ҡасан булһа ла тапшыра алаһығыҙ.Документтарҙы тапшырыу буйынса һорауҙар булһа, Стәрлетамаҡ хакимиәтенең архив бүлегенә мөрәжәғәт итергә була. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8(3473) 33-72-40, 33-72-70.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: