Ашҡаҙар
+21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Март 2022, 14:19

Бала күңелен рәнйетеп, нисек тыныс ҡына йәшәмәк кәрәк!?

Шәкәр диабеты менән ауырыған ҡыҙҙы кондуктор автобустан ҡыуып сығарған.

Бала күңелен рәнйетеп, нисек тыныс ҡына йәшәмәк кәрәк!?
Бала күңелен рәнйетеп, нисек тыныс ҡына йәшәмәк кәрәк!?

"Өфөлә йәшәгән бер әсә социаль селтәрҙәргә былай тип яҙған:
- Шәкәр диабеты менән яфаланған ҡыҙым, 5 туҡталыш йәйәүләп үткәндән һуң, шәкәре төштө. Ә бит уға физик көсөргәнешлек, борсолоу ярамай...
Ошо көндәрҙә 13 йәшлек ҡыҙ Галле округында 74-се автобусҡа ултыра. «Тинькофф» картаһы менән иҫәпләшә, әммә ниңәлер аҡса күсмәй. Кондуктор уны  «Мир» фирмаһында автобустан ҡыуып сығара. Уға йәйәүләп ҡайтырға тура килә.
«Башавтотранс»тың матбуғат секретаре Ксения Кравченко бының өсөн баланың әсәһенән ғәфү үтенгән. Мөрәжәғәт буйынса тикшереү башланған.
Бынан алда ла ошондай хәлдәр булғыланы, хатта бер баланы автобустан ҡыуып төшөргән кондукторҙы эштән сығарыуҙары хаҡында ла яҙылғайны. 
 Кешеләрҙең кешелек сифаттарын юғалтыуына аҡса ғәйеплеме икән. Бала күңелен рәнйетеп, артабан да нисек тыныс ҡына йәшәмәк кәрәк!?

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: