Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Март 2022, 09:30

“ТАЯНЫР УЛДАРЫМ, ТУПЫЛДАТЫП ҺӨЙӨР ЕЙӘН-ЕЙӘНСӘРҘӘРЕМ, ЙҮГЕРЕП БАРЫР ЭШЕМ БАР!”

- ти Зөлфиә БАЯНОВА.

“ТАЯНЫР УЛДАРЫМ, ТУПЫЛДАТЫП ҺӨЙӨР ЕЙӘН-ЕЙӘНСӘРҘӘРЕМ, ЙҮГЕРЕП БАРЫР ЭШЕМ БАР!”
“ТАЯНЫР УЛДАРЫМ, ТУПЫЛДАТЫП ҺӨЙӨР ЕЙӘН-ЕЙӘНСӘРҘӘРЕМ, ЙҮГЕРЕП БАРЫР ЭШЕМ БАР!”

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы көсһөҙ зат тип әйтергә өйрәнгәнбеҙ. Был, ысынлап та, шулаймы? Иркә генә, наҙлы ғына, нәзәкәтле генә гүзәл заттарыбыҙ араһында ауыр яҙмышлылар ҙа, шул ауырлыҡтарҙы үҙҙәренең сибек кенә иңдәрендә лайыҡлы күтәрерҙәй ихтыяр, рух көсө тапҡандар ҙа бихисап бит. Стәрлетамаҡ ҡалаһының А. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы директоры Зөлфиә Муллагәрәй ҡыҙы БАЯНОВА ла тап шундайҙарҙан.

ЗӨЛФИӘ АПАЙ ТИП КЕНӘ ӨНДӘШӘЛӘР! 
  Сығышы менән ул Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылынан. Өс балалы ғаиләлә төпсөк бала булып тыуған. Шул уҡ ауылда 8 класты тамамлағас, күңеле ҡушыуы буйынса, әсәһенең юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай һәм Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙ, бында ла белем усағы тормошонда ҡайнап йәшәй. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡулына башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломын ала. Педагогия училищеһы етәкселеге тырыш, яуаплы, ижади ҡарашлы йәш белгесте шунда уҡ күҙ уңына ала һәм уны Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И.Ленин исемендәге мәктәп-интернатына эшкә ебәрә.
– Элек уҡыуҙы бөткәс тә үҙҙәре эшкә ебәрә торғайнылар. Миңә Стәрлетамаҡ ҡалаһына бараһың тигәс, кабинеттан күҙ йәштәремде түгеп сығып киткәнем хәтерҙә. Ул ваҡыттарҙа барыһы ла ауылға уҡталып тора ине. Мин дә шулай үҙемсә, уҡып бөтөп, ауылыма ҡайтып эшкә төшөрмөн тип хыяллана торғайным. Шунан иптәш ҡыҙҙарым, һин нимә, ҡала бит ул, һине ҡалаға ебәрәләр, киреһенсә, шатланырға тейешһең, тип дәртләндереп ебәрҙеләр. Тәүге хеҙмәт юлымды башлаған йәш саҡтарымдағы иң яҡты хәтирәләремдең береһе – ул интернатта эшләгән ваҡытым, – ти Зөлфиә Муллагәрәй ҡыҙы.
   – Мин эшкә барғанда В.И.Ленин исемендәге мәктәп-интернат директоры Сафиулла Ғөбәйҙулла улы Назарғолов ине. Кешелекле булыуы, юғары профессионализм, тормошто яратыуы менән барыһынан да айырылып торҙо ул. Ул ваҡытта 18 йәшем дә тулып етмәгән ине, шундай ҙур коллективҡа ҙур педагог кеүек күреп: “Бына Зөлфиә Муллагәрәевна“, – тип таныштырғаны һаман күҙ алдымда. Йәш белгес булараҡ, йәшәү урыны ла бирелде. Беҙ инглиз теле уҡытыусыһы Әлфиә Мөхитдин ҡыҙы менән бергә интернаттың изоляторында йәшәнек. Унда йәшәү өсөн йүнле шарттар булмаһа ла, балалар менән эшләүе шул тиклем күңелле булды, улар мине үҙҙәренең йәштәше, дуҫы кеүек күрҙеләр. Вожатый булып эшләгәс, миңә ҙур, нур бөркөлөп торған шундай матур пионер бүлмәһе бирҙеләр. Пионер ойошмаһының нигеҙе булып, пионер дружинаһы тора. Ул ваҡытта беҙ Салауат Юлаев исемендәге дружина булдыҡ, – тип һөйләй тәүге тапҡыр хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡан саҡтарын Зөлфиә Баянова.
  “Мине уҡыусылар, үҙ туғанындай күреп, Муллагәрәй ҡыҙы ла тимәй, гел Зөлфиә апай тип өндәшә инеләр”, – ти Зөлфиә Муллагәрәй ҡыҙы. Тынғыһыҙ, һәр ергә өлгөргән, һәр кемгә һүҙе үткән, эшләй ҙә, эшләтә лә, шул уҡ ваҡытта кеше хәленә инә белгән миһырбанлы етәксе ул. Хәйер, ҡатын-ҡыҙ етәкселәр шулай булырға тейештер ҙә.
  Ауыл ерендә үҫкән бәләкәс кенә Зөлфиә, уҡырға төшкәндә үк класта лидер була. Гел староста булып шартлап торған ҡыҙҙың һәр ваҡыт төрлө саралар ойоштороу һәләте лә күктән бирелгән кеүек тойола. Шуғалырмы, Стәрлетамаҡ ҡалаһына, яңы шарттарға һәм йәшәү мөхитенә тиҙ яраҡлашып китә ул.
  – Бәләкәйҙән сәмле булдым, бөтә ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша торғайным. Уҡыуҙа ла һәр ваҡыт тырыштым, – ти ул үҙе хаҡында. – Интернатта эшләгән саҡта, үҙем баянда уйнап, балаларҙы бейетеп-йырлатып төрлө матур ғына кисәләр ойоштора торғайным.
 Интернатта уҡыған ябай, йомшаҡ күңелле, оялсан балаларҙы, кеше алдында сығыш яһарға оялмаһындар тигән маҡсат ҡуйып, Зөлфиә Баянова йыш ҡына пионерҙар һарайына төрлө конкурстарға, ярыштарға, төрлө-төрлө түңәрәктәргә алып йөрөй. Уңышлы сығыштары өсөн урындар алып, ҡыуанып ҡайталар, В.И.Ленин исемендәге 2-се мәктәп-интернаттың данын яҡлайҙар.
 – Апайҙың иң шәп сифаты – ул һәр ваҡыт уҡыусы күңелен аңлай, һиҙә белә ине. Бер ҡасан да уҡыусыларына насарлыҡ теләп, юлдарына ҡаршы сығып торманы, – тиҙәр уның хаҡында элекке уҡыусылары. 

    КЕСКӘЙҘӘРҘЕҢ ҺӘЛӘТТӘРЕН ҮҪТЕРЕП...
Йәш белгестең тырышлығын күреп, Пионерҙар һарайына тәүҙә методист булараҡ эшкә саҡыралар, аҙаҡтан ойоштороу-методика бүлеге мөдире итеп ҡуялар, шунан һуң директор вазифаһын тәҡдим итәләр.
Бөгөн иһә Зөлфиә Баянованың дөйөм эш стажы – 44 йыл, ә директор булып эшләүенә – 23 йыл. Шуға күрә, ул: “Тормошомдо ике өлөшкә бүлергә була. Беренсеһе – интернатта эшләгән, тәжрибә туплаған йылдарым булһа, икенсеһе – А.П.Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында эшләгән йылдарым,” – ти.
Быға тиклемге эштәрен яратып, күңел һалып башҡарһа ла, әлеге мәлдә бик уңышлы алып барған был вазифаһы Зөлфиә Муллагәрәй ҡыҙының булмышына иң яҡынылыр, моғайын. Бик күп тәжрибә туплаған белгес булараҡ, ул директор вазифаһын бөгөнгө көнгә тиклем яратып атҡара.
   – А.П. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайына бик күп балалар килә. Ҡайһы берәүҙәр, һеҙгә һәләтле балалар ғына киләме, тип һорай. Юҡ, төрлө балалар килә. Коллективта барыһы 60 педагог, барыбыҙ ҙа бер команда булып, бергә балалар менән шөғөлләнәбеҙ. Һәр береһенең төрлө яҡтан һәләтен асырға тырышабыҙ. Балаларға кәрәкле йүнәлеш биреп, уларҙың эшсәнлеген үҫтереү – хәҙерге көндә төп бурыстарыбыҙҙың береһе булып тора. Баланың һәләтен ни тиклем тиҙерәк күрәбеҙ, үҫтерәбеҙ, ыңғай шарттар тыуҙырабыҙ, шул осраҡта ғына көтөлгән уңыштарға ирешә алабыҙ. Һәләт бары тик дөрөҫ ойошторолған эшсән шарттарҙа ғына үҫешә. Хәҙерге заман шарттарында һәләтле балалар менән эшләү системаһы ҙур яуаплылыҡ талап итә. Ни өсөн тигәндә, һәр кеше үҙенең мөмкинлектәренән, үҙ ҡыҙыҡһыныуынан сығып, киләсәккә һөнәр һайлай, оло тормош юлына аяҡ баҫа. Беҙҙең А.Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайын күп профилле тип әйтергә лә мөмкин. Сөнки бында ете йүнәлеш буйынса эштәр алып барыла. Исеменә тап килерлек итеп, төрлө йүнәлештәр буйынса эшләйбеҙ. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа түңәрәктәргә үҙенсәлекле балалар ҙа йөрөй башланы. Күбеһе ҡул эштәрен эшләргә, һүрәт төшөрөргә, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Беҙҙә шөғөлләнгән балалар төрлө проекттар өҫтөндә эшләй, конкурстарҙа алдынғы урындар яулай, гранттар ала. Мәҫәлән, “Яҡшы эштәр муниципалитеттары-2019” республика конкурсының “Ирекмәнлекте үҫтереү буйынса” номинацияһында беҙҙекеләр беренсе урынға лайыҡ булды.
 Уҡытыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙә музей мөмкинлектәре менән дә уңышлы файҙаланабыҙ. Оҙаҡ йылдар музей эшмәкәрлеген алып барыусы педагогик хеҙмәт ветераны, методист, 70-80 йылдарҙағы ҡаланың “Гайдаровсы” пионерҙар штабы етәксеһе Евгения Кудрявцева бында бай материал туплаған. Экспонаттар балаларҙы А.Гайдарҙың ижады, үткән тарихы, тормошо менән таныштыра, уларҙың үҙаңын үҫтерә, әүҙемлеген, ижади һәләтен уята, үҙ халҡына хас булған сифаттар, патриотик хис-тойғолар, милли рух тәрбиәләүгә нигеҙ һала. Ул йәш быуындың ышаныслы шәхестәр булып үҫеүенә, быуындар бәйләнешенә, традициялар һаҡланыуға туранан-тура йоғонто яһай. Шулай уҡ бында ҡаланың арҙаҡлы, күренекле шәхестәре, китаптар, һүрәттәр тупланған, – тип һөйләй Зөлфиә Баянова.

  ЯҘМЫШ ҺЫНАУЫНА БИРЕШМӘЙ.
Тормош үҙ яйы менән бара. Эшкә лә оҫта, уңған, изге күңелле, һылыу ҡыҙға күҙ атып йөрөүселәр ҙә була. Ләкин уларҙың береһенә лә Зөлфиәнең күңеле ятмай. Өлөшөнә төшкән көмөшө Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Уҫылы ауылы егете була. Йәштәр күпмелер осрашып йөрөгәндән һуң, ғаилә ҡора һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнә. Бик матур итеп йәшәп китәләр. Йәш ғаиләгә шатлыҡ артынан шатлыҡ өҫтәп, бер-бер артлы ике улдары Ришат менән Илшат тыуа.
  Уңған ҡатын яуаплы вазифаны уңышлы алып барырға, өйҙә тәртип, бөхтәлек тоторға, ғаиләне тәмлекәстәр менән һыйларға, балаларҙы ҡарарға, унан тыш, йорт-ихата тирәһендәге ваҡ-төйәк эштәргә лә өлгөрә. Эш менән өй араһында ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай.
  – Яратҡан эш – ярты бәхет тиҙәр. Шуға күрә, ғаилә менән эштең ҡайһыһы ҡәҙерлерәк икәнен айырып әйтә алмайым. Икәүһен дә бер тигеҙ күрәм. Әлбиттә, һәр ҡатын-ҡыҙҙың (етәксеме ул, ябай хеҙмәткәрме, мөһим түгел) тәүге бурысы ул – ғаилә усағын һыуытмай тотоу. Ниндәй генә ауыр эш көнө булмаһын, яҡындарыма йылы һүҙемде, наҙымды бер ваҡытта ла йәлләмәйем. Эшең яҡшы барһын өсөн иң тәүҙә ғаиләлә тыныслыҡ булырға тейеш. Бер-береңде хөрмәтләп, аңлап йәшәһәң генә ниндәйҙер уңыштарға өлгәшергә булалыр. Иптәшемә рәхмәтлемен, һәр ваҡыт иғтибарлы булды. Беҙ бергә 24 йыл йәшәп ҡалдыҡ, – ти үҙенең тормош юлы тураһында Зөлфиә Муллагәрәй ҡыҙы.
  Яҙмыштың әсе һынауҙары уны ла урап үтмәй. Бер ай эсендә ул иң ғәзиз кешеләрен – әсәһен һәм тормош иптәшен юғалта. Зөлфиә Баянованы ауырлыҡтар алдында баш эймәй, көслө булырға өйрәтә тормош. Юғалтыу һағыштарынан өҙөлгән күңел ептәрен ҡат-ҡат ҡабаттан хәтирәләр аша ялғап йәшәргә тырыша ул шул саҡтарҙа.
  – Әсәйем дауаханаға йөрөп дауаланырға тип, беҙҙең йортҡа үҙ аяғы менән килеп инде һәм башҡаса сығып ҡайтып китә алманы. Бер-нисә аҙна эсендә сәскә кеүек һулып, әсәйемдең ғүмере ҡулдарымда һүнде.... Унан һуң тағы ла ауыр ҡайғыларға һалып тормош иптәшем мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо, – ти күҙ йәштәренә ирек биреп әңгәмәсем. Ошо ваҡытта уға бар донъяның йәме бөткәндәй тойола, әммә яратҡан эше ҡатынға көс һәм йәшәүгә дәрт бирә. Ауыр ҡайғыларҙан һуң Зөлфиә Баянова нисек тә булһа еңеү яулап, ошо еңеүҙе үҙенең иң яҡын кешеләре – әсәһе менән тормош иптәшенә арнау маҡсаты менән, “Йыл директоры – 2009” конкурсында ҡатнашырға ниәтләй. Һәм ул теләгәнсә килеп сыға ала инде, конкурста ул Гран-При яулай!
  – Әл дә яратҡан балаларым, эшем бар. Халыҡ менән, балалар менән эшләүе оҡшай. Улар янымда булғанда, донъя мәшәҡәттәрен онотоп, йөрәк яраларым бер аҙға уңалғандай тойола, эштә онотолам. Ҡайтып инһәм, барыһы ла иҫкә төшә. Әммә баҡсалағы сәскәләрем баш эйеп, рәхмәт әйтеп ҡаршы ала, уларға ҡарап һоҡланыуҙан туя алмайым, шул хәтлем сәскәләр яратам! – ти Зөлфиә Муллагәрәй ҡыҙы.
  Байрам, ял көндәрендә балалары, ейән- ейәнсәрҙәре – Данис, Арлан һәм Аурика уның йортона йыйыла, тәмле аштары менән һыйлана, күңел йылыһында иркәләнә.   “Тырыш кешенең уңғанлығы ихатаһынан уҡ күренә”, тигәндәре лә хаҡтыр.
 Йәй көндәрендә Зөлфиә Муллагәрәй ҡыҙының баҡсаһы шау сәскәгә күмелһә, өйөндә лә ниндәй генә гөлдәр юҡ! Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан килмәгән эш, күтәрә алмаған ауырлыҡ юҡ ул. Әммә бындай көс бөтәһенә лә бирелмәй. Ысын мәғәнәһендә бөтә яҡлап сыныҡҡан, тормош ауырлығын лайыҡлы күтәргән шәхес был йәһәттән күптәргә өлгө булырлыҡ. 


Э.Фәттәхов фотоһы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: