Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2022, 10:30

Стәрлетамаҡта бәлиғ булмаған ҡыҙҙар автомобиль урлаған.

Кисен йәш егет үҙенең танышына - 14 йәшлек ҡыҙға ҡунаҡҡа килгәндә, фатирҙа шулай уҡ ҡыҙҙың 15 һәм 16 йәшлек әхирәттәре лә була. 

Стәрлетамаҡта бәлиғ булмаған ҡыҙҙар автомобиль урлаған.
Стәрлетамаҡта бәлиғ булмаған ҡыҙҙар автомобиль урлаған.

Егет танышында йоҡларға ҡала. Иртән һуң ғына уянып, машинаһының юҡлығын аңғарыу менән полицияға, автомобилде урлағандар, тип хәбәр итә. Бер аҙҙан машинаһын әлеге ҡыҙҙарҙың урлағаны асыҡлана. Улар иртән мәктәпкә йәмәғәт транспортында бармай, егеттең асҡысын һорауһыҙ алып, уның машинаһына ултырып сығып китәләр. Һәм ағасҡа барып бәреләләр. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уларҙы бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусылар үҙәгенә оҙаталар. Ҡыҙҙарҙың икәүһе алдан да административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса иҫәптә тора, тип яҙа Стәрлетамаҡтан Эльвира Цверкова. Был ваҡиға буйынса иһә ҡыҙҙарға ҡарата енәйәт эше асыласаҡ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: