Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель 2022, 08:53

Ҡоролтай депутаттары айнытҡыстар асыуҙы хупланы.

Башҡортостан парламенты депутаттары республикала айнытҡыстар булдырыуға йүнәлтелгән закон проектын ҡабул итте. 

Ҡоролтай депутаттары айнытҡыстар асыуҙы хупланы.
Ҡоролтай депутаттары айнытҡыстар асыуҙы хупланы.

Айнытҡыстар тигәндә «алкоголь йәки наркотик ҡулланып иҫергән хәлдәге» кешеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған махсус ойошмалар күҙ уңында тотола.
Фекер алышыу барышында депутаттар араһында айнытҡыстар ойоштороу буйынса бәхәс тыуҙы. Айнытҡыстар дәүләт йәки муниципаль учреждениелар формаһында ғына булдырылырға тейеш, тип хәл итте улар.
 Бындай форма учреждениелар элекке ваҡыттағы кеүек шәхси кибеткә әүерелмәһен өсөн кәрәк. Ул саҡта айнытҡысҡа ныҡ иҫеректәр генә түгел, ә аҙыраҡ эскән, әммә үҙҙәрен контролдә тота алғандар ҙа эләккән осраҡтар булды.
Был айнытҡыстарҙың маҡсаты ғүмерҙе һәм һаулыҡты һаҡлауға хеҙмәт итеү, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү булып тора.
  Йыл һайын Рәсәйҙә башлыса эшкә һәләтле йәштәге 50 меңдән ашыу кеше эсеүҙән вафат була.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: