

Төҙөүсе һөнәре элек-электән маҡтауға, хөрмәткә лайыҡ һөнәрҙәрҙең береһе булып һанала. Оҫта төҙөүселәр тырышлығы менән ҡалаларҙағы биналар, йорттар яңыра, матурая, спорт майҙансыҡтары, дауаханалар, социаль объекттар ҡалҡып сыға. “Гарант Мастер” төҙөлөш компанияһы белгестәре лә һәр эшен бөтөн күңелен биреп башҡара. Ғәзиз төбәк – Башҡортостаныбыҙҙа төҙөлгән бөтә объекттарҙың да уңайлы һәм сифатлы булыуын теләй улар. Һәм быға ирешәләр ҙә. Бында компанияның директоры, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, төҙөүсе булараҡ бик күп тәжрибә туплап өлгөргән Нәфис Ирғәлиндың өлөшө бик ҙур!
Төҙөлөш эшенең бөтә нескәлектәрен Ишембай нефть колледжында уҡыған саҡтарында өйрәнә башлай Федоровка районы Юлдаш ауылы егете.
– Ишембайҙа уҡыһам да, ял көндәрендә, каникулдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһына килеп, студент егеттәр менән “Workman” (инглиз теленән тәржемә иткәндә, эшсе тигәнде аңлата) бригадаһын төҙөп, кешеләргә төҙөлөш, ер эштәрендә ярҙамлашып йөрөнөк. Ҡыҙыҡлы ваҡыттар күп булды инде, иң тәүҙә бер нәмә лә белмәй инек, төрлө мастерҙар менән әңгәмәләшеп, китаптар уҡып өйрәнә торғайныҡ, сөнки элек бит интернет булманы, – тип хәтерләй һайлаған һөнәренең башланғысын Нәфис Нуриман улы.
Ни өсөн тап Стәрлетамаҡ ҡалаһында тигән һорауға әңгәмәсем: “Бер туған ағайым Айнур Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡый ине, уға килә торғайным”, – тип яуап бирҙе.
Нәфис, Ишембай нефть колледжында машиналар төҙөү технологы һөнәрен үҙләштергәндән һуң, Себер яҡтарына сығып китә. Сит тарафтарҙа эшләһә лә, тырыш егет яратҡан шөғөлөнә ваҡыт таба. Тыуған яҡтарына ҡайтҡан һайын, йорт тирәһен йәмлерәк, матурыраҡ итер өсөн бар көсөн һала.
– Яратҡан шөғөл йәшәүгә йәм өҫтәй бит ул, – ти Нәфис Нуриман улы.
Шулай бер мәл тыуған яҡтарына ҡайтып, үҙенең төҙөлөш компанияһын асыу идеяһын тормошҡа ашыра. Һәм бына инде 11 йыл дауамында “Гарант Мастер” төҙөлөш компанияһы ҡатнашлығында күҙ алдында күпме күп ҡатлы һәм шәхси йорттар, муниципаль объекттар ҡалҡып сыға! Мәҫәлән, әлеге ваҡытта “Гарант Мастер” төҙөлөш компанияһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында онкология үҙәген төҙөй (элекке бинаны үҙгәртәләр).
– Әле фасад эштәре тамамланып килә. Был объектта барыһы ете кеше эшләй. Беҙ төҙөгән онкология үҙәгенән сирлеләр һауығып сығыуҙарын теләйем, – ти Нәфис Ирғәлин.
Барыһында ла төҙөүсенең оҫталығы һиҙелә: проекттарын да уйлап таба, заманса ныҡлы материалдар ҡуллана, улар төҙөгән йорттар йылы, уңайлы булһын өсөн тырыша. Төҙөлөш компанияһында оҙаҡ ваҡыт эшләүселәр — етәксенең төп таянысы. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы барлыҡ объекттар менән эш итеүсе компаньоны Илшат Рафиҡов һәр саҡ бергә, улар һәр проектты бергәләп атҡара.
– Ғаиләм менән Салауат ҡалаһында йәшәйбеҙ, әммә төҙөлөш эштәрен өс ҡалала: Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембайҙа алып барабыҙ. Ишембайҙа күп функциялы үҙәк төҙөп бөтһәк, тағы ла “Пятерочка” магазины, “Пластпродукт” йәмғиәте өсөн бина әҙерләйбеҙ, шул уҡ ҡалала күп ҡатлы йорттарға капиталь ремонт та эшләнде. Стәрлетамаҡта “Громада” сауҙа үҙәгенең ҡыйығын яптыҡ, Салауатта дәүләт заказдары буйынса төрлө биналарҙа реконструкция эштәре алып барылды. Яңы матур йорттар һалыу, кешеләрҙе шатландырыу менән бер рәттән, төҙөүсе егеттәребеҙгә ҡарата әйтелгән рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү күңелде бик йылыта. Файҙаланыуға тулыһынса әҙер итеп тапшырылған шәхси йорттар хужаларынан әйтелгән йылы һүҙҙәр, шул хәтлем ныҡ ҡанатландыра, эшкә рухландыра, – тип дауам итә ул һүҙен.
Нәфис Ирғәлин һәм уның командаһы өсөн иң мөһиме: эштәренең сифаты, төҙөгән йорттар кешене ҡыуандырырлыҡ булырға тейеш тигән фекерҙә ул үҙе лә.
– Беҙҙең компания муниципаль заказдар буйынса республиканың төбәк операторы, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларының идарасы компаниялары менән килешеү төҙөнө. Шәхси йорттар төҙөүгә килгәндә, нигеҙ һалыуҙан башлап, өйҙө күтәреү, ҡыйығын ябыу, эсен-тышын көпләү, ишек, тәҙрә ҡуйыу, йылылыҡ системаһы үткәреү, йылы иҙән эшләп, уңайлыҡтар булдырыуға тиклем бөтәһен дә атҡарып, ҡайһы ваҡыт ҡоймаларына тиклем эшләп бөтөп тапшырабыҙ, – ти тәжрибәле төҙөүсе. Улар төҙөгән йорттарҙың күркәмлеген күреп һоҡланмау мөмкин түгел, зауыҡлы итеп төҙөлгән өйҙәренә “Гарант Мастер” гарантия ла бирә!
“Гарант Мастер” төҙөлөш компанияһы хәйриәлек менән дә шөғөлләнә. Балалар йорттары һәм балалар баҡсаларындағы сараларҙы ойоштороуҙа матди яҡтан ярҙам күрһәтеп кенә ҡалмай, шул уҡ ваҡытта янғында зыян күргән, йортһоҙ ҡалған ғаиләләргә лә ярҙам күрһәтәләр.
Әгәр ҙә ир кешенең һәм ҡатындың булдыҡлы сифаттары бергә тап килһә, яҡшы ғаилә бизнесы барлыҡҡа килә, ти белгестәр. Был йәһәттән Нәфис ҡатыны Нелли менән барыһына ла миҫал булып тора. “Гарант мастер” төҙөлөш компанияһының бөтә документация эштәре, төҙөүселәргә ваҡытында түләнгән эш хаҡы өсөн дә Нелли Ирғәлина яуаплы. Улар бер-береһенә терәктаяныс булып йәшәйҙәр. Татыу ғаиләлә ике ул үҫә, Нурислам менән Арыҫланды үҙҙәренең өлгөһөндә тәртипле, эшһөйәр һәм башҡорт рухлы итеп тәрбиәләй Ирғәлиндар.
Нәфис Нуриман улына киләсәктә тик уңыштар юлдаш булһын. Уның төҙөлөш компанияһы һалған йорттар ҡала урамдарын биҙәп, ҡот өҫтәһен! Заманса зауыҡлы йорттар төҙөргә теләһәгеҙ, матур япмалар, өйөгөҙҙөң ҡыйығын, фасадын, йылылыҡ системаһын алыштырғығыҙ килһә, йә эске яҡтан биҙәргә теләһәгеҙ, Нәфис Нуриман улының үҙенә мөрәжәғәт итегеҙ: 89874823591. “Гарант Мастер” һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер!
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.