Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Общие статьи
28 Мая 2022, 13:28

Урам аҙығы фестиваленә рәхим итегеҙ!

Ауыҙ итегеҙ, ҡунаҡтар.Беҙҙең ҡулдағы һыйҙан.Ихласлыҡ билдәһе булғанСәксәктән, икмәк-тоҙҙан!

Урам аҙығы фестиваленә рәхим итегеҙ!Урам аҙығы фестиваленә рәхим итегеҙ!
Урам аҙығы фестиваленә рәхим итегеҙ!

Әлбиттә, бөгөнгө байрамдың тағы ла бер үҙенсәлеге "Өс ҡаҙ"( "Три гуся") урам аҙығы фестивале. Бында Стәрлетамаҡ һәм Өфөнән 16 проект ҡатнаша.
Ғәҙәттә, ниндәй генә илдә йәки төбәктә булһаҡ, иң беренсе аҙыҡ-түлек тәме оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалыусан. Ә бөгөн сит илдәргә бармайынса ғына, ошо фестивалгә килеп, донъяның төрлө илдәренең аҙыҡ-түлеген тәмләй алаһығыҙ! Яңы ғына бешеп сыҡҡан хуш еҫле йылы икмәк, татлы күмәстәр, төрлө эсле бәлештәр! Ҡарай башлаһаң, күҙ уйнай. Бындағы тәмлекәстәр тышҡы матурлығы менән генә арбамай, ә телде йоторлоҡ тәмлелеге менән дә айырылып тора. Уларҙың тәмлелеген яҙып ҡына аңлатып еткереп тә булмай. Мотлаҡ барып үҙегеҙгә ашап ҡарарға кәрәк. Әле өлгөрәһегеҙ, сөнки "Өс ҡаҙ" фестивале киске сәғәт 11-гә тиклем эшләйәсәк!

Фотолар ҡала хакимиәте төркөмөнән алынды. 

Урам аҙығы фестиваленә рәхим итегеҙ!
Урам аҙығы фестиваленә рәхим итегеҙ!
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас