Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
30 Май 2022, 10:42

СТӘРЛЕТАМАҠТА ХАЛЫҠ-АРА КҮРШЕЛӘР КӨНӨН БИЛДӘЛӘНЕЛӘР.

Йыл һайын майҙың һуңғы йомаһында Халыҡ-ара күршеләр көнө билдәләнә. Ошо көн уңайынан йәкшәмбе көнө ҡалала "Күршеләр көнө" байрамы уҙғарылды. Был сара Артема урамының 70-се йорт ихатаһында үтте.

СТӘРЛЕТАМАҠТА ХАЛЫҠ-АРА КҮРШЕЛӘР КӨНӨН БИЛДӘЛӘНЕЛӘР.СТӘРЛЕТАМАҠТА ХАЛЫҠ-АРА КҮРШЕЛӘР КӨНӨН БИЛДӘЛӘНЕЛӘР.
СТӘРЛЕТАМАҠТА ХАЛЫҠ-АРА КҮРШЕЛӘР КӨНӨН БИЛДӘЛӘНЕЛӘР.

Ошо татыу йортта йәшәүселәр һәм килгән ҡунаҡтар өсөн ҡала мәҙәниәт һарайының һәүәҫкәр артистары сығыш яһаны.
💟Халыҡты ҡотларға ҡала хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм йәшәйеште тәьмин итеү буйынса урынбаҫары Илдар Ғәрифуллин килде.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә күршеләр араһында дуҫлыҡ юғалып бара, ишек алдында ултырып һөйләшеүҙәр ҙә юҡ, хатта күрше фатирҙа кемдәр йәшәгәнен дә белеп бөтмәйбеҙ. Ә бына ошо йортта йәшәүселәр туғандар кеүек татыу һәм берҙәм. Күршеләр араһындағы дуҫлыҡ юғалып барған заманда, улар бер-береһе менән аралашып йәшәй. Артабан да йылы мөнәсәбәттәрегеҙ һүрелмәҫ тип ышанам, - тине Илдар Ғәрифуллин.
Ошо күркәм сараны ойоштороуҙа һәр ваҡыттағыса ҡаланың Йәш Гвардия ирекмәндәре ярҙамға килде. Улар балаларға матур уйындар, конкурстар үткәрҙе һәм бүләктәр таратты.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас