Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
8 Июнь 2022, 09:25

“МИНЕ ЯҠЫН КҮРЕП “ӘСӘЙ” ТИП КЕНӘ ӨНДӘШӘЛӘР”

Лариса Паничева эшен бик ярата

“МИНЕ ЯҠЫН КҮРЕП “ӘСӘЙ” ТИП КЕНӘ ӨНДӘШӘЛӘР”“МИНЕ ЯҠЫН КҮРЕП “ӘСӘЙ” ТИП КЕНӘ ӨНДӘШӘЛӘР”
“МИНЕ ЯҠЫН КҮРЕП “ӘСӘЙ” ТИП КЕНӘ ӨНДӘШӘЛӘР”

Башҡалар бәхетенә һөйөнөп йәшәй белгән кеше һәр ваҡыт бәхетле була, тиҙәр. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Лариса Евгеньевна Паничева бәхетте башҡаларға изгелек өләшеүҙә, ҡулынан килгәнсә ололарҙы һөйөндөрөүҙә күрә һәм шунан йәм табып йәшәй ҙә инде. Уның эше иң тәү сиратта шәфҡәтлелеккә ҡоролған. Ысынлап та, күңелеңдә мәрхәмәтлеккә, миһырбанлыҡҡа урын булмаһа, социаль хеҙмәткәр булып эшләүе бик ауыр икәнлеге көн кеүек асыҡ.
 Етмәһә, мәҡәләбеҙ геройы – ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар өсөн психоневрология интернатында өлкән шәфҡәт туташы Лариса Паничеваныҡы һымаҡ көндәлек эшең психик яҡтан ҡарауға мохтаж булған һәм ҡарауһыҙ ҡалған оло йәштәге инәйҙәр менән бәйле булғанда, яуаплылыҡ икеләтә арта.
 – Эшемә шул тиклем өйрәнгәнмен, ни тиһәң дә, 31 йыл аҙ ғүмер түгел. Бындағы ҡатын-ҡыҙҙарға ауырыуға ҡараған кеүек ҡарамайым, ә үҙемдең яҡындарым менән аралашҡан кеүек йылы мөғәмәлә итәм, эс серҙәрен тыңлайым. Бер-беребеҙгә шул тиклем ныҡ өйрәнгәнбеҙ, ҡайһы берҙәре хатта мине яҡын күреп “әсәй” тип кенә өндәшә. Беҙҙең эшебеҙҙә бит иң мөһиме – уларҙы аңлау, изгелек ҡылыу, уларға ҡарата шәфҡәтле мөнәсәбәт, – ти Лариса ханым.
– Йәшлегемә кире ҡайтып, яңынан һайлау мөмкинлеге бирелһә лә, тап ошо юлды һайлар инем, – тип өҫтәне үҙ һөнәренең оҫтаһы. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең барыһына ла иң яҡшы сифаттар ғына хастыр, моғайын. Улар бит күңелдәре ҡушыуы буйынса эшләйҙәр. Ололар, ауырыуҙар күңеле кеүек ҡылдан нескә хистәр менән эш итеүселәр, ысынлап та, оло хөрмәткә лайыҡ. Ә бындай ауырыуҙар нисек барлыҡҡа килә тип ҡыҙыҡһынам өлкән шәфҡәт туташынан.
  – Ниндәй генә сығанаҡлы булмаһын, психика ҡаҡшауға бәйле сирҙәр баш мейеһе эшмәкәрлеге боҙолоу менән аңлатыла. Әммә мейеләге патологик процестарҙың бөтәһе лә психик тайпылышҡа килтермәй. Психик ауырыуҙар формаһы, сағылышы буйынса төрлө-төрлө. Тимәк, сәбәптәре лә күп. Шулар араһында нәҫел үҙенсәлектәре ҙур әһәмиәткә эйә. Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа психоз барлыҡҡа килеүҙең нигеҙендә нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек менән башҡа кире факторҙарҙың (йоғошло ауырыуҙар, имгәнеү, ағыуланыу, психиканы йәрәхәтләүсе хәл-ваҡиғалар) берләшеүе ята. 
  – Ауырыуға бирешеүсәнлек кешенең шәхси үҙенсәлектәренә лә бәйле. Элекке ваҡыттарға ҡарағанда, бөгөн психик яҡтан сирлеләр һаны арта бара. Халыҡтың һәр ваҡыт көсөргәнештә йәшәүе лә психик тайпылышҡа этәргес булып тора. Бөтөн йәмғиәттең психик һаулығына кире йоғонто яһаусы иҡтисади, экологик факторҙар ҙа юҡ түгел, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта ошондай бөтә сирлеләрҙең психик хәле яҡшырыуы үҙҙәренән дә тора. Бының өсөн иң мөһиме – оҙаҡҡа һуҙмай ғына, ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итеү. Унан табиптарға ышаныс та күп нәмәне билдәләй, уларҙың кәңәштәҡдимдәрен теүәл үтәгәндә барыһы ла сирле файҙаһына буласаҡ. Беҙгә килгән сирлеләрҙең ҡайһы берҙәре үҙҙәре ҡалаҡ тотоп ашай ҙа белмәй ине. Беҙгә ҡарата ышаныс тойғоһо уларға тырышырға ярҙам итә. Ышаныслы мөнәсәбәт булдырыу мотлаҡ, ул кемделер үҙенә терәк икәнен тойорға тейеш, – тип һөйләй Лариса Паничева.
   – Эшкә һәр ваҡыт яҡшы кәйеф менән барам, сөнки мине бында көтөп торалар, уларҙың барыһы ла яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Кескәй балалар кеүек күҙгә генә ҡарап торалар. Уларҙың кәйефен, ниҙәр борсоғанын ҡараштарынан, йөрәк тибештәренән тоям, – ти Лариса Евгеньевна.
      Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Стәрлетамаҡ психоневрология интернатындағы социаль хеҙмәткәрҙәр төп эштәренән тыш, ҡала, республика тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Бына Лариса Паничеваның да төрлө конкурстарҙа еңгәне йәки яҡшы хеҙмәте өсөн бирелгән маҡтау грамоталары, дипломдары бихисап. Шуларҙың бер нисәүһен атап китмәйенсә булмай. Үҙенең хеҙмәте менән лайыҡлы хөрмәт ҡаҙанғаны өсөн уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” исеме бирелгән. Шулай уҡ республика кимәлендә уҙғарылған конкурста социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре араһында икенсе урынды яулаған.
улаған.
   Хеҙмәтенән, тормошонан йәм табып, кешеләргә изгелек нуры сәсеп йәшәгән Лариса Евгеньевнаны һәм барлыҡ социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләп, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, иҫәнлекһаулыҡ, бәхет теләйбеҙ. Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр. Һеҙҙең дә ярҙамға мохтаждарға күрһәткән изгелектәрегеҙ мең сауап булып, үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын!

Г. Шиһапова.
Э.Фәттәхов фотоһы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас