Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июнь , 12:17

Республикала ямғырҙар арҡаһында бәләкәй дала һәм тау йылғаларының ташыуы ихтимал

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеү ихтималлығы тураһында иҫкәртәләр. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ янында Ағиҙел йылғаһы — 10 сантиметрға, Өфө эргәһендә 8 сантиметрға ташҡан.

Республикала ямғырҙар арҡаһында бәләкәй дала һәм тау йылғаларының ташыуы ихтимал
Республикала ямғырҙар арҡаһында бәләкәй дала һәм тау йылғаларының ташыуы ихтимал

«Бер туҡтауһыҙ ямғыр яуыуға бәйле 9-14 июндә республикала бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең кинәт күтәрелеүе һәм гидротехник ҡоролмаларға ағымдың артыуы көтөлә. Түбән урындарҙа Йүрүҙән, Әй, Эҫем, Инйәр, Ләмәҙ йылғаларының һәм бәләкәй һыу ағымдарының һыубаҫар туғайҙарына сығыуы ихтимал», — тиелә Башгидрометүҙәк белдереүендә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 9 июнь иртәһенә биләмәләрҙе һыу баҫҡан тигән яңы хәбәрҙәр килмәгән. Өфөнөң Дим районында ямғыр һыуҙары баҫыуҙың ике осрағы контролдә тотола.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә республикала һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Ямғыр яуыуы (төндә урыны менән көслө), көндөҙ айырым райондарҙа йәшен, боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12, көндөҙ +13, +22 градус.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-09/v-bashkirii-iz-za-dozhdey-vozmozhen-rezkiy-pod-em-urovnya-vody-na-malyh-stepnyh-i-gornyh-rekah-2835313

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в