Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июнь , 11:58

Башҡортостан инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн юғары балл алды.

Республика инвестиция мөхите торошо рейтингында бишенсе урынды алды.

Башҡортостан инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн юғары балл алды.
Башҡортостан инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн юғары балл алды.

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә  шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Ул инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса төбәк советы биш балл алды, шул уҡ ваҡытта ил буйынса уртаса  дүрт балл тәшкил итә, тип һөйләне. "Башланғыстар агентлығы төҙөгән инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы йомғаҡтары буйынса илдең бөтә төбәктәре араһында бишенсе урын алған. Андрей Назаров әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанды рейтингтың тәүге исемлегенә инеүе менән ҡотланы һәм төбәктәргә тоғро хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтте. РФ Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов республикала инвесторҙар менән мөнәсәбәттәрҙе ҡороуҙың юғары кимәлдә булдырылыуын билдәләне. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса төбәккә инвестициялар күләме 420 миллиард һум тиерлек тәшкил иткән; 93,2 миллиард һумлыҡ 948 инвестиция проекты тормошҡа ашырылған.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в