Документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм «Электрозавод» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Горан Малбашич ҡул ҡуйҙы.
“Әлеге ваҡытта Өфө трансформатор заводының был төр продукция етештереү буйынса технологик үҫеш проекты башланған. Инвестиция проектының хаҡы яҡынса 4,5 миллиард һум тәшкил итә. Шулай уҡ 2025 йылға 790 эш урыны булдырыу планлаштырыла”, тип билдәләне Андрей Назаров. Бөгөн завод үҙенең етештереү ҡеүәтен арттырырға һәм продукцияның төрлөлөгөн киңәйтергә ниәтләй. «Электрозавод» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Горан Малбашич билдәләүенсә, 2025 йылда заводта бөтә төр көсөргәнештәге трансформаторҙар сығарырға, икенсел электр ҡорамалдары етештереүҙе яйға һалырға, шулай уҡ үҙ продукциябыҙға ғына түгел, ә Рәсәй баҙарынан киткән башҡа компанияларҙың продукцияларына ла сервис эштәрен атҡарырға уйлайҙар.