Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июнь , 11:33

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумы асылды.

Форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Башлығы «Башҡортостан Республикаһында граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн» тигән маҡтаулы билдә булдырылыуы хаҡында иғлан итте. Уға лайыҡ булғандарға премия түләнә.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумы асылды.
Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумы асылды.

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумы асылды. Алтынсы тапҡыр үткәрелгән был сара коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, бизнес, власть, халыҡтың үҙ-ара аралашыуы майҙансығына әүерелә. Форумда Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың вәкилдәре ҡатнаша. Граждандар форумы бер үк ваҡытта республикабыҙҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының күргәҙмә майҙансығы булып тора, унда иң яҡшы тәжрибәләр, һөҙөмтәле технологиялар, яңы социаль программалар һәм проекттар тәҡдим ителә, ә икенсе яҡтан, пленар ултырыш һәм тематик майҙансыҡтар эше сиктәрендә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн социаль-шәхси һәм йәмәғәтселек партнерлығы, хәйриәлек, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың йәмғиәттәге роле темаларына ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү урыны ла.

Экрандан республика етәксеһе Радий Хәбировтың сәләмләүе яңғыраны. Әлеге ваҡытта ул Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-17/v-ufe-otkrylsya-grazhdanskiy-forum-respubliki-bashkortostan-2843334


Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в