Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июнь , 11:40

Катодлы баҡыр етештереү буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.

Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡаҙағыстандың  «IRON CONCENTRATE COMPANY»  предприятиеһы араһында инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөлдө.

Катодлы баҡыр етештереү буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.
Катодлы баҡыр етештереү буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.

Катодлы баҡыр етештереү тураһындағы килешеүгә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм «IRON CONCENTRATE COMPANY» күҙәтеү советы рәйесе Павел Нечипоренко ҡул ҡуйҙы.
Сибай тау-байыҡтырыу комбинатының тау  карьер тоҡомдарынан катодлы баҡыр етештереү буйынса һөйләшеү Сибай ҡалаһында үткән  «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында тикшерелгәйне. Андрей Назаров билдәләүенсә, «IRON CONCENTRATE COMPANY»  менән төҙөлгән килешеү Сибай ҡалаһы экологияһы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки баҡыр етештереү өсөн сеймал сифатында ташландыҡ тоҡомдарҙы һәм урындағы карьерҙағы  һыуҙы эшкәртәсәктәр. Инвесторҙар баһалауынса, унда 240 мең тоннаға тиклем баҡыр булыуы ихтимал.  Инвестиция  проектының хаҡы яҡынса 13,4 миллиард һум тәшкил итәсәк. 180 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в