Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Июнь , 16:43

МИН ӨЛКӘНДӘРҘЕ ЛӘ ЕҢЕРГӘ ӘҘЕР!

Ә һеҙ беләһегеҙме, шашка уйынына бәләкәйҙән йәлеп ителгән балалар мәктәптә лә тырышып уҡыясаҡ, ти белгестәр.

МИН ӨЛКӘНДӘРҘЕ ЛӘ ЕҢЕРГӘ ӘҘЕР!
МИН ӨЛКӘНДӘРҘЕ ЛӘ ЕҢЕРГӘ ӘҘЕР!

Был өҫтәл уйыны балаларҙың логик фекерләүен, хәтерен, фантазияһын үҫтерә, еңеүгә ынтылыш тәрбиәләй, шул уҡ ваҡытта түҙемле, тыныс булырға һәм еңелә белергә лә өйрәтә! Әммә был уйын менән күбеһе ҡыҙыҡһынып бармай, ә бына Стәрлетамаҡ ҡыҙы Наҙгөл ИШМОРАТОВА шашка уйындары менән алты йәшенән алып бирелеп уйнай. Ә бөгөн иһә ул – шашка буйынса Рәсәй чемпионы!

Наҙгөл 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шашка буйынса секцияһында тәжрибәле тренер Ринат Рысаев ҡарамағында шөғөлләнә.
  – Секцияға Наҙгөл үҙенең әхирәте Яна менән йөрөй башланы. Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү беҙҙән генә түгел, ә балаларҙың һәләтенән дә, ата-әсәләрҙең тырышлығынан да килә. Үҙ маҡсатына ирешеүсән, аҡыллы, төплө ҡараш күрҙем мин тәү тапҡыр Наҙгөлдә. Ысынлап та, үҙ һүҙендә тора белгән, тырыш ҡыҙ булып сыҡты ул! Ҡалала шашка буйынса үткәрелгән һәр ярышта ул беренсе, икенсе урындарҙы яулап килһә, шашка буйынса Республика беренселегендә беренсе, икенсе урындар, ә Рәсәй беренселегендә еңеү яулап, шашка буйынса Рәсәй чемпионы булды! – тип һөйләй тренеры Ринат Мөҙәрис улы.
Наҙгөл – ҡалалағы 10-сы мәктәптең 1-се класс уҡыусыһы. Атаһы Нәфис менән өйөндә гел шашка уйнай торғас, шашка уйындары ҡыҙыҡһыныу уята, үҙенә ылыҡтыра. Шунан ҡыҙҙың ата-әсәһе шашка секцияһына бирә лә инде уны.
– Яратам шашканы, – тип һөйләй Наҙгөл. - Өйҙә атайым менән шашка уйнарға яратам, ҡайһы ваҡыт уны еңеп тә ҡуям!
– Уҡыу яғынан да бик тырыш ул Наҙгөлөбөҙ. Бейергә, һүрәт төшөрөргә лә ярата. Алдына ҡуйған маҡсатына ирешә белә, – тип һөйләй әсәһе Ләйсән.
Ә нисек баланы тәртипкә өйрәтәһегеҙ, хәҙер бит һәр баланың ҡулында телефон күрәбеҙ тип ҡыҙыҡһынам әңгәмәсемдән.
– Телефонды, әлбиттә, бик яратабыҙ. Әммә уны билдәле ваҡытҡа ғына бирергә тырышабыҙ. Телефонда ултырһа ла, шашка уйындарын ҡараштыра. Балаға бәләкәйҙән талапсан булырға кәрәк тип уйлайым, тәртипкә өйрәнеп үҫһендәр, – тип яуап бирҙе Ләйсән Ишморатова.
Бына шулай, Наҙгөлдөң киләсәктә бөтә илгә билдәле шашкасы булып китеүенә өмөт бар. Бәләкәс чемпионға ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в