Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
20 Июнь 2022, 11:28

Талпандар әле лә бик әүҙем!

"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы иҫкәртә: талпандан һаҡланығыҙ! Был яуыз бөжәктәр һаман бик әүҙем.

Талпандар әле лә бик әүҙем!Талпандар әле лә бик әүҙем!
Талпандар әле лә бик әүҙем!

Ун көн эсендә талпандан 788 кеше зыян күргән,шуларҙың 241-е бала.
Талпан энцефалит, боррелиоз (Лайма ауырыуы), эрлихиоз, листериоз, туляремия һәм башҡа ауырыуҙар йоҡтороу менән хәүефле.
Талпандан һаҡланыуҙың “Претикс” ҡәләме, “Медифокс-антиклещ”, “Торнадо Антиклещ” спрейҙары, “Дэта” аэрозоле кеүек махсус саралары бар. Инструкцияға ярашлы ҡулланһаң, улар 15 тәүлеккә тиклем талпандан һаҡларға мөмкин.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас