

Үҙәк хәрби округының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы яҙғы саҡырылыш барышында БР Хәрби комиссариаты 5 меңгә яҡын егетте хәрби хеҙмәткә оҙатасаҡ. Егеттәр Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында медицина тикшереүе үтте, коронавирус инфекцияһына тест тапшырҙы. Бынан тыш, һәр кем хәрби кейем, кәрәкле әйберҙәр,банк һәм электрон карталары алды. Хеҙмәт итеү урынына барған бөтә юл дауамында егеттәр ҡайнар аш менән тәьмин ителәсәк.