Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Июнь , 10:02

МИЛЛӘТТӘР ДУҪЛЫҒЫ, ХЕҘМӘТ ТУЙЫ – ҺАБАНТУЙ!

Был байрамда хеҙмәт кешеләренең бик борондан килгән күркәм ғәҙәттәре, уйындары, йолалары бергә ҡушыла. Ул бик боронғо ла, шул уҡ ваҡытта олоһо- кесеһен дә, ауылдаштарҙы, туғандарҙы, милләттәштәрҙе бер майҙанға йыя торған байрам бит ул – һабантуй!

МИЛЛӘТТӘР ДУҪЛЫҒЫ, ХЕҘМӘТ ТУЙЫ – ҺАБАНТУЙ!
МИЛЛӘТТӘР ДУҪЛЫҒЫ, ХЕҘМӘТ ТУЙЫ – ҺАБАНТУЙ!

Стәрлетамаҡ районында үткән быйылғы һабантуй ҙа күптәрҙең күңеленә хуш килде. Бер аҙ ямғыр һибәләп үтеүгә ҡарамаҫтан, һабантуй байрамы күркәм күренештәргә бай булыуы менән иҫтә ҡалырлыҡ итеп асылды. Ғәҙәттәгесә, ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Лилиә Шәйхетдинова барыһын да һабан байрамы менән ҡотланы һәм яҡташтарына тыуған яҡтарын яратҡандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:
 – Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы Һабантуй – беҙҙең өсөн һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға булды һәм булып ҡаласаҡ. Ул милләттәр дуҫлығын сағылдырыусы байрам, ниндәй йәштә, ниндәй һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы берләштерә, изгелек, яҡшы кәйеф, дуҫтар, туғандар менән осрашыуҙар бүләк итә. Стәрлетамаҡ районы халҡы намыҫлы, тырышып эшләүҙән тыш, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап, күңелле ял итә белеүен дә күрһәтә. Һәр ваҡыттағыса, һабантуйҙың төп йәме ул, әлбиттә, тирмәләр. Күреүегеҙсә, быйылғы йылда тирмәләр Башҡортостандың ҡурай тажы формаһында ялан буйлап теҙелгән. Улар һабан байрамына тағы йәм, һеҙгә яҡшы кәйеф өҫтәренә ышанам! Бында булған һәр кем тарихҡа ҡабаттан әйләнеп ҡайтыр, – тине Лилиә Сәлимйән ҡыҙы.
 Әйткәндәй, был байрамға районда йәшәүсе төрлө милләт халыҡтары йыйылды – башҡорттар, татарҙар, рустар, мордва, украин, ҡаҙаҡтар, сыуаштар. Һабантуй флагын ауыл хужалығының етештереү алдынғылары – ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы Александр Бражников, “Дуҫлыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тракторсы- машинисы Павел Владимирцев һәм “Рощинский” ауыл хужалығы дәүләт унитар предприятиеһының машина менән һауыу операторы Юлия Лукьянова күтәрҙе. Һабантуй байрамына килгән халыҡты тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары Камил Бирбулиев менән транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Любовь Минакова ҡотланы. Һабантуй майҙанында милли кейемдәр кейгән йәштәрҙең, ололарҙың һәр хәрәкәтендә, үҙҙәрен тотошонда милләтебеҙҙең асылы, гүзәллеге сағылыш таба, бөгөнгө халыҡ байрамы киләсәккә ҙур өмөттәр уятҡан төҫлө. Райондың сәнғәт үҙешмәкәрҙәре, фольклор ансамблдәре, артистары төрлө халыҡтарҙың йолаларын сағылдырған сағыу сығыштарында барыһына ла байрам рухын таратты. Һабантуй, тәү сиратта, ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтен данлай. Шуға күрә байрамда иң яҡшы механизаторҙарға, машина менән һауыу операторҙары, агроном, зоотехниктар һәм ветеринарҙарға наградалар тапшырылды.
 Бер һабантуй ҙа милли көрәшһеҙ үтмәй. Был юлы ла чемпиондар исеменә ике ауырлыҡ категорияһында көс һынашты егеттәр! Көрәштең төп бүләге берәр һарыҡ – Собханғоловтарға Айнур һәм Азаматҡа эләкте. Унан башҡа спорт ярыштары ла төрлө-төрлө ине. Бер яҡта гер күтәреү, икенсе яҡта арҡан тартышыу булһа, көршәк ватыу, бағана башына үрмәләп менеү кеүек ярыштарҙы тамашасы яратып ҡараны. Балалар өсөн ниндәй генә күңел асыу майҙансыҡтары эшләмәне! Атай-әсәйҙәрҙең был көндә кеҫәләре “йоҡарғандыр” әле! Әле бында сыр- сыу килһәләр, әле тегендә барып тәмле мамыҡ, туңдырманан ауыҙ итеп, ихлас концерт ҡаранылар.
Быйылғы байрамда “Стәрлетамаҡ районының Үҙәк китапхана системаһы” муниципаль бюджет учреждениеһы майҙансығында байрам ҡунаҡтары һәм уларҙың балалары өсөн күңел асыу саралары әҙерләгән ине. Күңел асыу саралары араһында этнографик квеста үҙ белемен тикшереп, оҫталыҡ дәрестәрендә үҙен күрһәтергә, яңы быуын китапханаларын ҡарап сығырға, “Атайсал” хәйриә проектының презентацияһы менән танышырға була ине. Китапхана майҙансығында халыҡ иҫ киткес күргәҙмәләр, мауыҡтырғыс квестарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып ҡыуанды!
Байрамды бына шулай киң ҡолас менән һәр кем һоҡланырлыҡ итеп уҙғарып ебәреү – Стәрлетамаҡ районын данлау, милләтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы барлау ул! Быйылғы һабантуй осраштырып ҡына ҡалмағандыр, ә тағы бер йылға етерлек көс-дәрт өҫтәне!

Григорий КУЗЬМИН фотолары.

МИЛЛӘТТӘР ДУҪЛЫҒЫ, ХЕҘМӘТ ТУЙЫ – ҺАБАНТУЙ!
МИЛЛӘТТӘР ДУҪЛЫҒЫ, ХЕҘМӘТ ТУЙЫ – ҺАБАНТУЙ!
МИЛЛӘТТӘР ДУҪЛЫҒЫ, ХЕҘМӘТ ТУЙЫ – ҺАБАНТУЙ!
МИЛЛӘТТӘР ДУҪЛЫҒЫ, ХЕҘМӘТ ТУЙЫ – ҺАБАНТУЙ!
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в