Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июнь 2022, 09:40

Пациент булып йөрөгән поликлиникаға табип булып эшкә ҡайттым.

Үҙ эшен яҡшы белгән, көн һәм төнгә ҡарамай, ярҙамға әҙер торған, һайлаған һөнәренә бына инде ун биш йыл буйына тоғро хеҙмәт итеп килгән Стәрлетамаҡтың 2-се ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһы мөдире, балалар табибы Лиана Әхиәр ҡыҙы Бүләкҡолованы ҡалала күптәр беләлер.. Шуныһы ҡыҙыҡлы, ул ҡасандыр үҙе йөрөгән поликлиникаға эшкә ҡайта һәм бында күп йылдар инде ошо эш урынына, һөнәренә тоғро ҡала.

Пациент булып йөрөгән поликлиникаға табип булып эшкә ҡайттым.
Пациент булып йөрөгән поликлиникаға табип булып эшкә ҡайттым.

– Бәләкәй саҡта медицина тикшеренеүҙәрен үтергә 2-се балалар поликлиникаһына йөрөй торғайным. Аҡ халатлы табиптарға һоҡланыу һәм хөрмәт менән ҡарай инем. Улар буй етмәҫлек бейеклектә торған, кешеләрҙе ҡотҡарыусы бик хөрмәтле, яуаплы кешеләр булып тойола торғайны, – тип һүҙ башланы Лиана Әхиәр ҡыҙы. Шул саҡта табип һөнәренә һөйөү уяна ла инде унда. 2007 йылдан Стәрлетамаҡтың 2-се ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһына педиатр булып эшкә ҡайта ул. Ҡала халҡы хеҙмәтенең беренсе көндәренән үк Лиана Әхиәр ҡыҙын яратып өлгөрә һәм бала һаулығына бәйле мәсьәләләрҙә генә түгел, төрлө ауыр осраҡтарҙа ла уға ярҙам һорап килә. Һәр кемде иғтибарлы тыңлап, йылы һүҙен, кәңәшен йәлләмәй ул.
 – Беренсе көндән үк кескәй пациенттарым ғына түгел, коллективым да бик һәйбәт ҡаршы алды, әлеге көндә ла бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлашып, бер-беребеҙгә терәк булып эшләйбеҙ, – ти Лиана Әхиәр ҡыҙы.
 Участка табип-педиатрынан балалар поликлиникаһы мөдире вазифаһына тиклем лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән Лиана Әхиәр ҡыҙының ҡарамағында бөгөнгө көндә 50 медицина хеҙмәткәре эшләй һәм 8360 бала иҫәптә тора.
 – Үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ, республикабыҙҙың медицина учреждениелары табиптарға ҙур ҡытлыҡ кисерә. Беҙҙең бына тигән балалар поликлиникаһында ла ошондай проблема бар тиһәм, бәлки, ышанмаҫһығыҙ ҙа. Бына беҙ курсташым менән педиатр булып 2007 йылда эшкә төштөк. Шул йылдарҙан алып йәш белгестәр эшкә килгәне юҡ. Беҙҙең поликлиникалағы 10 участкаға өс педиатр һәм биш фельдшер беркетелгән. Ике участка балалар табиптарына мохтажлыҡ кисерә, – тигән проблемаларын да йәшермәй әңгәмәсем.
 – Шулай ҙа, беҙҙең эштә иң ҡыйыны һиңә моңһоу күҙҙәре менән ҡарап торған кескәй генә пациентыңа ҡайһы бер ауырыуҙарҙан дарыу уйлап тапмағанлыҡтан ярҙам итә алмауың, – тип тә өҫтәй ул.
 Балалар табибы булыу өсөн, белем алыу ғына етмәйҙер, был һөнәрҙең асылында кешелеклелек, йомшаҡ күңелле була белеү, бала күңеленә юлдар һала белеү яталыр. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се дауаханаһы “ковид-госпиталь” статусында эшләй башлау менән Лиана Бүләкҡолова ла “ҡыҙыл зона”ла кешеләрҙе ҡәһәрле вирустан йолҡоп ҡалырға тырыша. Улай ғына ла түгел, 2-се балалар поликлиникаһы мөдире булараҡ, ошо поликлиника хаҡына эшләгән эштәре лә байтаҡ. Мәҫәлән, үткән йылда “Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделе” проектында маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшкән уңыштары өсөн улар беренсе урын яулаһа, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” федераль программаһы сиктәрендә 2-се балалар поликлиникаһына капиталь ремонт эшләнде. Тағы ла Лиана Бүләкҡолова “Иң яҡшы табип-педиатр” конкурсында ҡатнашып, республика кимәленән үтеп, бөгөнгө көндә Рәсәй кимәлендә ҡатнаша. Уға уңыштар теләп ҡалайыҡ!

Гөлкәй ШИҺАПОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: